

Украиналағы махсус операция барышында десантсылар ротаһы менән оҫта етәкселек иткән, ҡаты яраланғас та алышҡан, ә дошмандар ҡамауға алғас, һуңғы гранатаны шартлатып батырҙарса һәләк булған Нурмөхәмәт Энгельс улы Гаджимагомедовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Дағстандан, милләте буйынса лак. Атаһы - Ингушетияның эске эштәр министры урынбаҫары, үҙе 1996 йылғы, өйләнгән, яңы ғына тыуған ҡыҙын күрмәй ҙә баҡыйлыҡҡа китте. Юғары Главнокомандующий Владимир Путин дәржә биреү тураһында иғлан иткәндә бик тә мәғәнәле һүҙҙәр әйтте: “Мин үҙем рус кешеһе. Ләкин Дағстан улының ошондай ҡаһарманлығын күргәндә, мин –лак, мин дағстан, мин –чечен, ингуш, татар, йәһүт, мордва, осетин, тип тә әйтке килә. Күп милләтеле Рәсәйҙең бер өлөшө булыуым менән ғорурланам!” .....Көнбайыш иленән ҡайтҡан кеше менән һөйләшергә тура килде. Эйе, бер ҙә башҡорт-татар-сыуаш тип айырып ҡарап тормайҙар, ти, беҙ барыбыҙ ҙа улар өсөн –рәсәйле, мөнәсәбәттәре күҙгә күренеп ҡырыҫланған. Баҫымсаҡ булғанда ғына улар өсөн яҡшы инек.
Үлкһә янына себен йыйылғандай, Украинаға ла төрлө тарафтарҙан сит ил граждандары тартыла, тип хәбәр ителә. Байтағы һуғышта аҡса табырға хыялланһа, ә кемдер, рәсми пропагандаларына ышанып, “азатлыҡ өсөн көрәшкә” ҡушылырға йыйыналыр –эштең айышына төшөнмәйенсә, һәр янъялға ҡушылырға әҙер генә торған һантыйҙар ҡайҙа ла етерлек бит. АҠШ был боланы һәр яҡлап һөсләтеп торһа ла, үҙ граждандарын ҡайғырта икән. Һәр хәлдә лә дәүләт департаменттарының рәсми сайтына ҡуйылған: әгәр ҙә берәйһе Украинаға йыйнһа, мәйет һөлдәһе буйынса кем икәнлеген аҙаҡ таныу өсөн ДНК өлгөләрен ҡалдырырға һәм васыт яҙырға өндәгәндәр. Бик тә урынлы кәңәш! Саҡырылмаған аралашсыға иң ҡаты уҫмаҡ эләгә торған.
Борон-борондан кеше байлыҡты алтын-көмөштә баһаланы.Әлегә тиклем рәсәйлеләр ниңә аҡсаларын алтын көйөнсә йыйманы? Зиннәтле металл алғанда 20 процент НДС һалымы түләтеп, махсус көйөнсә кәртә ҡуйылғайны. РФ Хөкүмәте ҡарары менән был һалым ғәмәлдән сығарылды. Бик хуп. Бер яҡтан, илебеҙҙә алтын сәнәғәте яңы һулыш аласаҡ. Икенсе яҡтан –киң халыҡ ҡатламдарына яйлап байлыҡ туплау өсөн ышаныслы инструмент булдырыла. Юғиһә, хәтерҙә бит инде – “улымдың туйына”, “ейәнсәремә мираҫҡа” тип йыйған күпме кешенең хәләл, ләкин ҡағыҙ аҡсалары инфляция утында янды.
Рәсәйҙән сыҡҡан граждандарға 10 мең долларҙан ашыу ҡулаҡса алыу тыйылыуға, дөрөҫөн әйткәндә, үсәп тә ҡуйҙыҡ. Юғиһә, тап Рәсәйҙә билдәһеҙ юлдар менән байыған әфәнделәр валюталарын ҡосаҡлап сит илдәргә ашҡына башлағайны. Әлбиттә, был яңылыҡты ныҡ оҡшатманылар. Юҡҡамы ни, Украиналағы хәлдәрҙә илебеҙ ҡатнашлығын ныҡ тәнҡитләгән мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә РФ Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин мөрәжәғәт итте – дәүләт бюджеты иҫәбенә туҡланған, пост биләгән (дөрөҫөн әйткәндә – май эсендәге бөйөрҙәй йөҙгән!) граждандарға дәүләт сәйәсәтенә ҡаршы сығыу килешмәй. Эйе, ни тиклем хәйләкәр быҙау булһаң да, бер юлы ике һыйырҙы имеп булмай һынылыш дәүерҙәрендә, үҙең һыу эскән ҡойоҡҡа төкөрөү ҙә матур ҡылмыш түгел!
Эт саба тип бет саба! Эйәләре Рәсәйҙә йәшәгән саф тоҡомло бесәйҙәргә FIFE халыҡ-ара бесәй федерацияһы күргәҙмәләрендә ҡатнашыу тыйылды. Эт йәнлелеләр аҡыллыраҡ икән – Халыҡ-ара кинология федерацияһы илебеҙ эттәре ҡатнашлығына сиктәр индермәй, тип хәбәр ителде. Әммә мәгәр, айырым илдәр этселәре үҙаллы санкциялар индерә башлаған. Мәҫәлән, Парижда быйыл планлаштырылған Европа чемпионатына эттәребеҙ ҡатнаштырылмаясаҡ. Эт тиһәң – йөнө юҡ, әҙәм тиһәң – йүне юҡ....
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса оператив штаб булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Штабты Радий Фёрит улы үҙе етәкләй.
Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль айнытҡыстар системаһы тергеҙелә. Закон проекты БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ҡарала.. «Тергеҙергә кәрәк, ләкин уларҙың коммерция кибетенә әүерелеүенә юл ҡуймау мөһим. Улар төп маҡсатҡа — кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә хеҙмәт итергә тейеш. Элек бындай тәжрибә киң таралғайны. Йыл һайын илдә 2,5-5 миллион граждан эске эштәр органдары системаһының медицина айнытҡыстарына ябыла ине. Хәҙер Рәсәйҙә йылына 50 меңдән ашыу кеше эскелектән һәләк була. Күпселеге эшкә һәләтле йәштә. Уларҙың 8-10 меңе һыуыҡтан үлә. Бындай кешеләрҙе айнығанға тиклем изоляциялау ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыр», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. Айнытҡыстар республиканың 2022 йылға һәм 2021-2024 йылдарға һалынған бюджет аҡсаһына финанслана.