Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
11 Март 2022, 05:10

"Көслө рухлы һәм нескә күңелле кешеләр йәшәй беҙҙең арала".

Муса ауылы килене Фәниә

"Көслө рухлы һәм нескә күңелле кешеләр йәшәй беҙҙең арала"."Көслө рухлы һәм нескә күңелле кешеләр йәшәй беҙҙең арала".
"Көслө рухлы һәм нескә күңелле кешеләр йәшәй беҙҙең арала".

“Илап тыуа бала, илап тыуа
Күҙен асып бала донъяға.
Ниндәй яҙмыш, ниндәй әсе ҡайғы
Әҙерләгән тормош балаға?”

-Был юлдар минең иң беренсе, башлап яҙған шиғырымдан, - ти Фәниә Әбрәр ҡыҙы.
Фәниә 1949 йылдың 7 октәбрендә Һөйәрғол ауыдында донъяға килгән. Атаһы Әбрәр Лоҡманов өләсәһе Сабираның яңғыҙ улы, ә әсәһе Йондоҙ Ҡарт-Муйнаҡ ауылынан. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡауышҡандар.“Һин бәләкәс йән эйәһе, үҫкәс булырһың фән эйәһе”, - тип ҡуша исемде атаһы ҡыҙ балаға. Өмөттө аҡлай алдымы Фәниә? Бәлки танылған фән эйәһе лә, “ҙур кеше” булып китер ине. Әммә яҙмыш иркәләтмәй уны сабый саҡтан - 8 ай тулыуға атаһы әсәһен айырып ҡайтарып ебәрә. Фәниәне өләсәһе тәрбиәләй, тормош ауырлыҡтарын күп татый. Тормоштоң асыһын да, сөсөһөн дө күп татырға тура килә....
1956 йылда Һөйәрғол башланғыс мәктәбенә уҡырға төшә. Һигеҙенсене Яңы Байрамғол мәктәбендә тамамлай. 9-сы класҡа Уральск мәктәбенә урынлашып та, уҡыу йылын тамамламай ҡайтып китә, сөнки рус телендә уҡыу ауыр була башҡорт балаһына. Әммә юғалып ҡалмай, Белорет педучилищеһына инә, 1969 йылда уҡыуын уңышлы тамамлай. Муса ауылы мәктәбендә эш башлап ебәрә тырыш ҡыҙыҡай. Ауыл бәләкәй булһа ла, 45-ләп уҡыусы йыйыла ул саҡта. Фәниә Әбрәр ҡыҙына 1-се һәм 2-се синыфтарҙа 27 баланы бүләләр. Яңы программаға күскән ваҡы. Китаптар етешмәй, дәфтәрҙәр юҡ. Йәшлек дәрте, эшкә булған ҡомар барыһын да еңә. Мәктәп эше менән генә шөғөлләнмәй, йәмғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға, депутат вазифаларын үтәргә тура килә.
“Сыныҡтым мин тормош ялҡынында,
Өйрәндем мин дөрләп янғанда.
Берәм-берәм балаларым үҫте
Ныҡлы дәрт өҫтәп янымда”.
-Хоҙай Тәғәләгә шул тиклем рәхмәтлемен –бына тигән биш балаға әсә булыу бәхетен бирҙе. 1985 йылда “Әсәлек” миҙалына лайыҡ булдым. Эшемдә лә яҡшылар иҫәбендә булдым, - ти ул айырыуса ғорурлыҡ менән. Һәр төрлө маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап йыйылып киткән. Башҡортостан уҡытыусыларының VIII съезы (1987 йыл) делегаты булыу бәхете тейә уға. Шул уҡ йылда “Өлкән уҡытыусы”, 1996 йылда “БР мәғарифы алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ була.
Уҡытыусы ауылда төп фигура. Ауыл Советы биләмәһендә үткәрелгән бер генә сара ла Фәниә Әбрәр ҡыҙының ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Ул үҙе етәксе, үҙе ойоштороусы, үҙе әйҙәүсе. Ярҙамсылары ла үҙе кеүек, кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, гөрләтеп эшләйҙәр. Йылдар шулай үтә торҙо, донъялар үҙгәрә, иҡтисад та, сәйәсәт тә башҡа хәҙер....
Фәниә Әбрәр ҡыҙы ең һыҙғанып эшен дә алып барҙы, ғаиләһендә лә өлгөлө әсәй булды. Балалары ла эшкә егәрле, итәғәтле булып үҫәләр. Һәр береһе тормошта үҙ урынын таба, гөрләтеп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Барыһына ла үҙ көстәре, үҙ тырышлыҡтары менән ирешергә өйрәтелгәндәр.  Заманында яңғыҙы булған Фәниә Әбрәр ҡыҙының  ун биш ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәре бар.

-Мин бәхетлемен.  Донъяла иң бәхетле өләсәй! Тик тормош иптәшем Әхмәҙей генә был бәхетле көндәрҙе күрә алманы. Вафатына ни заман үтте инде, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын!-ти абруйлы ағинәй.
“Ғүмерҙең иң гүзәл мәлендә.
Гөрләтеп йәшәрлек сағыңда
Һин мине яңғыҙым ҡалдырҙың,
Мәңгелек уттарҙа яндырҙың.
Көндәрем бигерәк һағышлы
Ахыры, мин әсе яҙмышлы.
Минуттар, сәғәттәр үтәләр,
Ғүмерем йомғағын һүтәләр.
Ғүмерҙең күңелһеҙ мәлдәре
Ҡайҙалыр ҡалды юғалып.
Хәтерләйем яҡшы яҡтарын
Ғүмерем йомғағын аҡтарып:
Атлауыңды күрәмен улыңда,
Йәшәүеңде тоямын ҡыҙыңда-
Тере һин балалар барында!”
Фәҡәт шулай. Кеше үҙе яҡты донъянан китһә лә, яҡшы балалары, яҡшы эштәре аша һаман да бында ҡала....Бына шундай һоҡландырғыс, көслө рухлы һәм нескә күңелле кешеләр йәшәй беҙҙең арала!

Рәүеф Шаһиев, Учалы ҡалаһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас