Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Март 2022, 11:15

Украинанан ҡайғылы хәбәр килде

Учалы районына ҡайғылы хәбәр килде. Украинала махсус хәрби операция барышында һалдат бурысын үтәгәндә Ахун ауылы егете Нил Наил улы Мөслимов геройҙарса һәләк булған. Уға ни бары 19 ғына йәш ине... Нил Мөслимов Ахун урта мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағас, Учалы тау сәнәғәте колледжына уҡырға инә, ике йыл дауамында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Былтыр яҙ уҡыу йортон тамамлағас, үҙ теләге менән армияға китә, ярты йылдан хеҙмәтен контракт нигеҙендә дауам итергә ҡарар итә.

Украинанан ҡайғылы хәбәр килдеУкраинанан ҡайғылы хәбәр килде
Украинанан ҡайғылы хәбәр килде

Украинанан ҡайғылы хәбәр килде

Учалы районына ҡайғылы хәбәр килде. Украинала махсус хәрби операция барышында һалдат бурысын үтәгәндә Ахун ауылы егете Нил Наил улы Мөслимов геройҙарса һәләк булған. Уға ни бары 19 ғына йәш ине...

Нил Мөслимов Ахун урта мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағас, Учалы тау сәнәғәте колледжына уҡырға инә, ике йыл дауамында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Былтыр яҙ уҡыу йортон тамамлағас, үҙ теләге менән армияға китә, ярты йылдан хеҙмәтен контракт нигеҙендә дауам итергә ҡарар итә. Ул Рәсәй хәрби көстәренең мотоуҡсылар батальонында контракт нигеҙендә гранатометсы булып хеҙмәт иткән.

Ауылдаштары, яҡындары, дуҫтары Нилде тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. Улар ҡустыһы Артем менән сабый ғына килеш әсәйһеҙ ҡала. Ике улын атаһы бар күңел йылыһын биреп яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Олаталары ла ярҙам итә, ейәндәрен өҙөлөп ярата, китек күңелдәрен нисек булһа ла тулыландырырға тырыша, уларҙан бер нәмә лә йәлләмәй. Һуңынан ул да вафат булып ҡуя. Ағалы-ҡустылы Мөслимовтарға ваҡытынан алда “ҙурайырға” тура килә, әммә улар бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә тырышалар. Тормошҡа сынығып, ысын ир-егет булып буй еткерәләр. 

Мәктәптә уҡыу Нилгә еңел бирелә, айырыуса физкультура дәресен ярата, шахмат менән ныҡлап мауыға. “Һәр аҙымыңды иҫәпләп, төрлө алымдар уйлап табыу оҡшай”, - тип аңлата үҙенең был мауығыуын егет.

Уның тураһында дуҫтары ла тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлай. Иптәштәренең юҡлығына ышанып бөтә алмайҙар.   

- Армияға барыу теләге ныҡ көслө булды уның, үҙен ысын ир-егет итеп һанаған кеше мотлаҡ рәүештә хәрби бурысын үтәргә тейеш. Атайым хеҙмәт итте, мин дә армияға барырға тейешмен. Тыуған илемә файҙа килтерергә бурыслымын, тип әйтә торғайны. Бик ярҙамсыл, бәләкәйҙән ғәҙеллек яҡлы булды. Көсһөҙҙәрҙе йәберәләгәндәрен яратмай торғайны, ҡурҡыу белмәне. Бер мәл бер үҙе төркөм егеттәргә ҡаршы сыҡҡайны, үҙенә лә эләкте, әлбиттә, әммә шул ваҡиғанан һуң уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итә башланыҡ, - ти улар дуҫтары хаҡында.

- Бер мәл ауыр сумкаларым менән ҡайтып бара инем. Ҡаршыма бәләкәй генә Нил йүгереп сыҡты. Күҙ асып йомған арала ауыр сумкаларҙы ҡулымдан алып өйөбөҙ яҡҡа йүгерҙе, күрмәй ҙә ҡалдым. Бләкәйһең бит, үҙеңә ауыр була, тип ҡысҡырып та ҡарайым, мине ишетмәй ҙә. Бер ауырлығы ла юҡ, тигән яуап ҡына ишетелеп ҡалды, - тип күҙ йәштәре аша хәтерләй күршеһе.

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов та ҡаһарман егетебеҙҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 

- Нил Наил улы тураһында яҡты иҫтәлек яҡташтары хәтерендә мәңге һаҡланыр. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы.

Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең ата-әсәләренең, яҡындарының бөгөн ни тиклем ут йотҡандарын аңлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операцияны Рәсәй башламаны (Көнбайышта тап шулай итеп күрһәтергә тырышалар), ул уны тамамлай. Нисәмә йылдар ошо һуғышта туғандаш Донбаста йәшәүселәрҙең, ватандаштарыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө.

Бик ауыр хәл, республикабыҙҙа юғалтыуҙар бар, ошо арала ғына хәрби бурысын үтәгән өс егетте юғалттыҡ, яҡташыбыҙ - дүртенсеһе. Был мәхшәр тиҙерәк тамамланһын, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын тип теләйбеҙ!

Нурия ШӘРИПОВА.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас