

Беҙҙең Рәсүл ауыл клубы бәләкәй генә булһа ла, бер байрам да билдәләнмәй ҡалғаны юҡ! Сөнки беҙҙә иң дәртле, бар яҡтан да уңған кешеләр йәшәй! Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар тиһәм дә, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Күбеһе эшләп йөрөһәләр ҙә, һәр ваҡыт клуб эшмәкәрлегендә, мәҙәни тормошонда ҡатнашырға ваҡыт табалар. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамын да шау-гөр килеп итеп үткәреп ебәрҙек. Әлеге лә баяғы шул дәртле ағайҙар-апайҙар ярҙамында - Хәлимә Рафиҡова, Рәшит Ғилмияров, Данил Ғәлиәхметов, Альберт Сөләймәновтар ваҡыт табып, бер генә түгел өс ауыл клубында ( Иманғол ауыл Советына ҡараған Рәсүл, Урал, Ҡоҙашта) байрамдарҙа ҡатнаштылар. Йыр-моң менән бергә, яҡташтарына тормош дәрте, күтәренке кәйеф, илһам бүләк иттеләр. Әлеге буталсыҡ һәм ҡатмарлы заманаларҙа был бик тә мөһим. Ошондай кешеләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ бөтә ауыл халҡы исеменән. Башҡаларҙы ҡыуандырғанда - үҙҙәре лә ҡыуанып йәшәһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ!
Гүзәлиә Динмөхәмәтова, Рәсүл ауылы