Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Март 2022, 05:40

Эшмәкәрлектәрен туҡтаттылар

Башҡортостанда дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды, исемлектә Учалы районы ла бар.

Эшмәкәрлектәрен туҡтаттыларЭшмәкәрлектәрен туҡтаттылар
Эшмәкәрлектәрен туҡтаттылар

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды.

«Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.

Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-14/v-bashkirii-priostanovili-deyatelnost-chetyreh-zolotodobyvayuschih-predpriyatiy-2726798

Автор:Алия Даутова
Читайте нас