

...Ә бер яҡташыбыҙ, төрмәнән сыҡҡас бер ай ҙа иректә булып өлгөрмәне. Ҡат-ҡат хөкөм ителгән 32 йәшлек граждан, үҙе ҡунаҡҡа барған фатир хужабикәһе һәм быға тиклем таныш булмаған 35 йәшлек ир менән бергәләп араҡы һемерәләр. Шешәләш иҫереп йоҡлап киткәс, был граждан уның куртка кеҫәһенән автомобиль асҡысын сәлдерә лә, “Лада” автомобилен ҡабыҙып ҡайҙалыр сығып китә. Төнгө ҡала буйлап оҙаҡ елдерә алмай, юл-патруль инспекторҙары туҡтата. Автомобиль эйәһе, саҡ ҡына айынғас, машина ҡыуыу тураһында ғариза яҙа һала.
Енәйәт эше ҡуҙғатылды, автомобиль – штраф туҡталҡаһында, ә бур ҡулға алынған.