

Евгений Алямкин да контракт буйынса хеҙмәт иткән, ул танк командиры, сержант булған. Уның Анастасия исемле ҡатыны һәм Ева исемле бәләкәй ҡыҙы ҡалды. Ҡыҙыҡайға 15 мартта бер йәш тулғанлығы билдәле.
Евгенийҙы белгәндәр уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Поляковка ауылында донъяға килгән, бөгөн ата-әсәһе, ҡустыһы, һеңлеһе Учалы ҡалаһында йәшәй. Ул бала сағында тыңлаусан һәм тәрбиәле бала булған. Ихлас күңелдән бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышҡан. Был турала уның тәрбиәселәре һәм уҡытыусылары хәтерләй. Уның өсөн ғәҙеллек, намыҫ һәм изгелек тойғолары иң мөһиме булған.
- Женя тыңлаусан, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл бала булды, тиҫтерҙәре менән тиҙ уртаҡ тел таба белде. Өләсәһе Дилара ла беҙҙең балалар баҡсаһында эшләне, ейәне артынан һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ була торғайны. Мәктәптә кадет класында белем алды, киләсәктә ниндәй йүнәлештә барасағын алдан уҡ белә ине. Һәр ваҡыт ғәҙеллеккә ынтылып йәшәне, - тип хәтерләй ҡасандыр “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Ләйлә Хәсәнова.
Евгений Алямкин менән хушлашыу бөгөн Учалы ҡала филармонияһында ойошторола. Ҡаһарман егетебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға Республика Башлығы Радий Хәбировтың килеүе көтөлә.