Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
16 Марта 2022, 08:55

Ауыл тормошонан

Мал ҡыуғанда һөйләшәләр:- Хәлдәрең нисек, һаумы?- Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп,Һыйырым быҙауланы!

Ауыл тормошонанАуыл тормошонан
Ауыл тормошонан

Мал ҡыуғанда һөйләшәләр:
- Хәлдәрең нисек, һаумы?
- Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп,
Һыйырым быҙауланы!

- Утын, бесәнең еттеме,
Мал-тыуарың именме?
- Һыйыр һауырға беләме,
Ҡайҙан алдың киленде?

Ауылда тормош башлана
Иртән ҡара таң менән.
Ауыл кешеһе шул инде —
Көнитмеше мал менән.

Көтөү ҡыуғанда бисәләр
Сәғәттәр буйы тороп
Һөйләшәләр, хәбәрҙәре —
Әлеге шул май-ҡорот.

- Кемдең күпме һыйыры бар,
Ҡасҡанмы, ҡасмағанмы?
- Данил һыйыр эҙләй ине,
Тапҡанмы, тапмағанмы?..

Кәңәшләшәләр: һәр өйҙән
Аҡса йыйырға кәрәк,
Һыйырҙарҙы ҡасырырға
Тоҡом үгеҙе кәрәк.

Ауыл осонда йыйылып,
Әңгәмә ҡора ир-ат.
Һөйләшәләр: иртән кемгә
Көтөү көтөргә сират.

Ауылдарҙа күнегелгән
Көндәлек ығы-зығы —
Ауылда ғүмер итеүҙең
Тап шунда шул ҡыҙығы!

Ауыл кешеләре ябай,
Илгәҙәк тә, алсаҡ та
(Ауылдан һөт-ит ташыйбыҙ
Ҡалаларға ҡасһаҡ та).

Ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлашып,
Татыу ғүмер итәйек.
Алтын бирәм тиһәләр ҙә,
Ауылдарҙан китмәйек!

Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл,
Урап үтһен ел-дауыл.
Тиҙәк-буҡҡа буялһа ла,
Йәшәһен, тием, ауыл!

Автор: Тәнзилә ЙӘНТИЛИНА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас