

Учалы уҙәк ҡала дауаханаһына райондың бер ауылынан бысаҡ менән яраланған 55 йәшлек ирҙе килтерәләр.
Тәбиғи, полиция шундуҡ тикшерә башлай. БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, түбәндәге хәл-ваҡиғалар фаразлана: ир менән ҡатын бергә ултырып өйҙәрендә хәмер эсәләр, бәхәс ҡуба, ир хәләл ефетенә бер нисә тапғыр тондора, теге ни, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты эләктерә лә, йәберләүсегә сәнсә. Аңға килгәс, ҡатын үҙе үк ашығыс медицина ярҙамы саҡырта, быға тиклем хөкөмгә тарттырылмаған кеше. Мәҡәлә яҙылған мәлдә тикшереү бара ине.