Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Март 2022, 10:15

Көнкүреш техникаһы һәм электроника ҡиммәтләнә.

Магазиндарҙа көнкүреш техникаһы һәм электроника ҡиммәтләнә. DNS магазинында Indesit һауыт-һаба йыуыу машинаһы 38 299 һумдан 119 799 һумғаса артҡан.

Көнкүреш техникаһы һәм электроника ҡиммәтләнә.Көнкүреш техникаһы һәм электроника ҡиммәтләнә.
Көнкүреш техникаһы һәм электроника ҡиммәтләнә.

Магазиндарҙа көнкүреш техникаһы һәм электроника ҡиммәтләнә. Рәсәйҙәр интернет-ресурстарҙа күҙәтеүҙәре менән бүлешә. Мәҫәлән, һуңғы ике аҙнала «Ситилинк»та ҡаты дисктың бер төрө — 11 690 һумдан 29 980 һумғаса, DNS магазинында Indesit һауыт-һаба йыуыу машинаһы 38 299 һумдан 119 799 һумғаса артҡан.

Өфөлә DNS онлайн-магазинында Honor ноутбуктарының хаҡы 81-130 мең һум булһа, Huawei — 107 -169 мең һум.

Apple ноутбуктары хәҙер 144-300 мең һум тора.

Петербургтың «Бишенсе канал»ында көнкүреш техникаһы баҙары аналитигы Руслан Воложкин һүҙҙәренсә, көнкүреш техникаһының арзанайыуын көтөүҙең мәғәнәһе юҡ. Әлеге ваҡытта хаҡ артыу — тауарҙарҙың  ҡиммәтләнеүенең тәүге тулҡыны ғына. Әгәр долларҙың курсы көйләнмәһә, хәл яҡшырмаһа, уның икенсе, өсөнсө тулҡыны булыуы мөмкин, тип иҫәпләй ул.

Хаҡты арттырыу — күберәк аҡса эшләргә тырышыу түгел, ә булған аҡсаны һаҡлап ҡалыу, сөнки яҡын арала сығымдар ҙа арта башлай.

24 февралдә Украиналағы махсус операция һәм Рәсәйгә иғлан ителгән санкциялар һөҙөмтәһендә һумдың баһаһы төштө. Быға тиклем доллар — 75 һумдан, евро 90 һумдан артмай ине.

16 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-гә Һаҡлыҡ банкында долларҙың курсы - 130,22 һум, евро - 140,6; ВТБ-ла - 130,9 һум, евро - 140,65; «Открытие» банкында - 126,15 һум, евро - 135.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-16/v-strane-stremitelno-povyshayutsya-tseny-na-bytovuyu-tehniku-i-elektroniku-2729987

Автор:Алия Даутова
Читайте нас