

Ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар торлаҡҡа мохтаж тип танылып, сиратҡа ҡуйыла.
2022 йылдың башында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 11614 етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған бала йәшәй. Уларҙың 7565-е (65 процент) торлаҡҡа мохтаж тип танылып, сиратта тора.
Закон буйынса етем балалар 14 йәшенән торлаҡҡа сиратҡа баҫа һәм бәлиғ булғандан һуң уны алыу хоҡуғына эйә була.
2020 йылда 805 ошондай кеше өй туйлаһа, 2021 йылда 762 кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта үҙенә тәғәйенләнешле торлағын ала алмаған етем балалар күбәйә. Был барлыҡ төбәктәр өсөн дә хас күренеш, тип аңлатыла. Мәҫәлән, 2021 йылдың 1 ғинуарына уларҙың һаны Башҡортостанда 4535 кеше тәшкил итһә, 2022 йыл башына был һан биш меңдән ашҡан.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.