Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Март 2022, 04:36

“Махсус операцияла сроклы хеҙмәт үткәндәр ҡатнашмай!”

Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары подполковник Вадим Виноградов менән әңгәмә

“Махсус операцияла сроклы хеҙмәт үткәндәр ҡатнашмай!”“Махсус операцияла сроклы хеҙмәт үткәндәр ҡатнашмай!”
“Махсус операцияла сроклы хеҙмәт үткәндәр ҡатнашмай!”

Украинала махсус хәрби операцияла тик офицерҙар һәм контракт төҙөгән һалдат-сержанттар ҡатнаша, тип аныҡ әйтелде. Эйе, 1 йыллыҡ хәрби бурысын үтәгәндәр ҙә күрше илдә булыуҙары тураһында хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Әммә айырым бер  буталсыҡ менән яңылышыу тураһында ғына  һүҙ баралыр. Йәшереп-батырып торманылар бит,  хатта, Юғары Командующийҙың приказын үтәмәгән командирҙы тәфтиш  органдары тикшерә, тип тә хәбәр ителде. Ельцин дәүерендә генә 18 йәшлек малайҙарҙы Ҡаф-тау һуғышына  үҙҙәренән дә һорамайынса ырғыттылар, хәҙер заман икенсе.

Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары подполковник Вадим Виноградов менән әңгәмәне ошо һорауҙан башланыҡ. Вадим Евгеньевич та, хәрби бурысты үтәргә саҡырылған  егеттәр хәрби операцияларҙа ҡатнашмауын билдәләне.  Сама менән 200 тирәһе егетебеҙ әлеге көндә  сроклы хеҙмәт үтә,  фәҡәт Рәсәй биләмәләрендә.  Башлыса Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, Һауа-йыһан көстәрендә һәм “Росгвардия” ла  хәрби бурыстарын үтәйҙәр. Ә нисә яҡташыбыҙ контракт буйынса ялланып күрше илдә тыныслыҡ урынлаштыра – был хаҡта мәғлүмәт юҡ. Ярар, барыһы ла иҫән-һау ҡайтһын, тип  теләү менән  сикләнеп торайыҡ.

-“Мобилизация өсөн кеше резервтары туплау” тураһында  имеш-мимештәр күп йөрөй. Был  тәңгәлдә  лә асыҡлыҡ индермәҫһегеҙме?

-Был алым былтырҙан, йәғни Украинала махсус операция башланғанға тиклем  ғәмәлгә ашырыла башланы, ә был хаҡта РФХөкүмәте ҡарары 7 йыл элек ҡабул ителгәйне.  Йәғни, ғәҙәти эш алымы. Маҡсаты – РФ Ҡораллы Көстәрен   тулыландырыу өсөн әҙерлектәре камиллаштырған  резерв булдырыу. Резервҡа торорға теләгән кешеләр махсус контракт төҙөй, йыл дауамында  бер тапҡыр 3 аҙналыҡ сборҙа һәм ай һайын даими үткәрелгән бер-нисә көнлөк күнекмәләрҙә әҙерлек үтәләр. Учалы районыҡылар –  Башҡортостандың  Алкино һәм  Ырымбур өлкәһенең Тоцкое ултыраҡтарындағы подразделениеларҙа. Граждандың  эш урынында эш хаҡы һаҡлана, хәрби әҙерлек  үткән өсөн күпмелер түләү башҡарыла, подразделениеға барыу-ҡайтыу хаҡы ҡаплана.

-Нисә кеше резервҡа тороу хәрби серме?

-Юҡ. Быйыл дүрт запастағы офицер, егерме дүрт һалдат-офицер контракт төҙөнөләр.  Тағын да теләүселәр бар икән, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә алалар. Әйткәндәй,  мобилизация  резервы туплау буйынса учалылар бик әүҙем,  Учалы республикала иң алдынғы өс район иҫәбендә.

-Тимәк, бындай контракт РФ Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәткә ялланыуҙан айырыла.  Ә хеҙмәткә ялланыусылар күпме, әле күпме эш хаҡ түләнә икән?

-Уртаса алғанда йылына 20-ләп кеше  комиссариат аша хәрби хеҙмәткә яллана.  Хәрби частарға тура мөрәжәғәт иткәндәрҙең һаны тураһында хәбәрҙар түгелбеҙ. Учалылар башлыса  Алкино һәм Сыбаркүлдә торған частарҙа хеҙмәт итә. Ә эш хаҡына килгәндә, минималь түләү айына  25 мең һум (туҡланыу, торлаҡ, кейем-һалым был иҫәпкә инмәй),  ә уртаса , хеҙмәт шарттарына ҡарап, түләү ике-өс тапҡыр юғарыраҡ булыуы мөмкин. Байтаҡ льготалар ҡаралған.  Был төр контракт төҙөргә теләүселәр  хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итһендәр, ҡуйылған талаптарға  яуап биргән граждандарҙы һайлап аласаҡтар.

-Ниндәй шарттарға яуап биреү тураһында һүҙ бара?  Ҡатын-ҡыҙҙар контрактсылар араһында бармы?

-Әрмелә хеҙмәт иткән булыу, йәш, белем, хәрби специальность, хөкөмгә тарттырылмау һәм башҡа шарттар. Ә гүзәл зат вәкилдәре аҙыраҡ кәрәк – башлыса медицина, элемтә, оркестр  подразделениелары өсөн. Әлеге мәл Учалынан ике ҡатын-ҡыҙ әрмелә контракт буйынса хеҙмәт итә.

-Украиналағы операцияла ҡатнашыу өсөн  контракт төҙөргә килеүселәр бармы?

-Контракт төҙөүсе  ниндәйҙер часҡа яллана, ә ул часть ҡасан һәм ни рәүештә ҡулланыласаҡ – быныһы тулыһынса  командованиеның ҡарамағында.   Шуға ла, ниндәйҙер  кампания-операцияла ҡатнашырға иҫәп тотоу тураһында  һүҙ сығарып булмай.

-Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, Украиналағы ғәскәрҙәребеҙгә ашнаҡсы булып урынлашырға ине,  ярайһы эш хаҡы түләнә тиҙәр, тип һөйләнгәндәре лә ҡолаҡҡа салынып ҡалды....

-Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә йә резервҡа түгел,  ә эшкә яллау тураһында конкрет ниҙер әйтә алмайым, сөнки был өлкә  комиссариат вәкәләттәренә инмәй.

-Ә хәҙер йәштәрҙе хеҙмәткә саҡырыу тураһында һөйләшеп алайыҡ. Яҙғы саҡырылыш ҡасан башлана, ниндәй план ҡуйылды?

-Быйылғы яҙғы призыв 1 апрелдән 15 июлгә ҡәҙәр дауам итә. Наряд килмәгән әле, йөҙ самаһы егетте Ҡораллы Көстәргә йүнәлтеү талабы ҡуйылыр, тип самалайбыҙ.   Кампанияның үҙенсәлектәре тураһында әйтәйек. Элек, ҡайһы бер егеттәр:”Повестканы ҡулыма тотторманылар, комиссияға килмәһәм дә бер ни түгел”, - тип фекер йөрөтөр ине, хәҙер закон менән нығытылды: повестка аламы-юҡмы, хәрби бурыслы граждан призыв иғлан ителгәндән һуң  ике аҙнала комисияға килергә бурыслы. Кире осраҡта административ штраф һалынасаҡ. Былтыр  70 ошондай осраҡ булды, һаман талапты инҡар итә икән, штраф арттырыла, ғәйепленең 15 тәүлеккә ҡулға алыныуы ла мөмкин. Һаман да киреләнәләр икән – енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Былтыр ундай 6 егет буйынса  тәфтиш йә хәрби-тәфтиш органдарына материалдарҙы ебәрҙек. Ҡабатлап әйтәм, хәрби хеҙмәт мәсьәләһенә ҡараш  етдиләнә бара, мәҫәлән,  алдыҡ менән  хөсөт сәсеүселәргә енәйәт яуаплылығы индерелеү тураһында  барыһы ла хәбәрҙар инде..

-Ниңә шулай ҡаршылашалар икән, әллә  дин йә әхлаҡи инаныуҙары ҡорал алырға  ирек бирмәйме?

-Ниндәй дин булһын! Хеҙмәт итергә теләмәйҙәр – бөтә яуап шул.  Ярар ҙа, ундайҙар күп түгел.  Һәм кәмей барырҙарҙыр. Һәр хәлдә лә, йәштәрҙе: “ Законлы юл менән хәрби хеҙмәттән  алып ҡалабыҙ”, - тип ҡорсотҡан юридик фирмаларҙың эшмәкәрлегенә мөнәсбәт етдиләнә башланы.  Егеттәр ҙә, ата-әсәләре лә аңлаһын ине, бындай  фирмаларҙың бөтә маҡсаты – юҡҡа ышанған кешеләрҙән аҡса һығып алыу ғына.  Алдап-юлдап күпме ваҡытты оҙағыраҡ һуҙалар, шул тиклем күберәк аҡсағыҙҙы үҙләштерәләр, ә закон алдында бары яуап тоторға тура киләсәк. 27 йәш тулғас хәрби билет юллап бирәсәкбеҙ тигәндәре лә алдыҡ, былтыр, мәҫәлән, йәше үткән тиҫтәләп кешегә  хәрби билет урынына  законлы сәбәптәр  булмайынса хәрби бурысты үтмәгәнлектәре тураһында белешмәләр тотторҙоҡ. Бындай белешмә менән йүнле эшкә урынлаша алыуҙары бик тә икеле.

Бар егеттәргә шуны еткерге килә – һаулыҡ,  башҡа етди сәбәп ҡамасаулай икән, хәрби хеҙмәткә былай ҙа шундуҡ  алмаясаҡтар, тик ваҡытында  саҡырылыш комиссияһына килеп  аңлашыу зарур.  Һаулыҡ тигәндәй,  сәлмәтләнергә форсат булғанда мөмкинлекте файҙаланыр кәрәк. Юғиһә, бәғзе кешеләр комиссияға саҡырылғанда сирҙәре  тураһында иҫкә ала ла, киләһе призыв башланғансы дауаланыу, яҡшылап тикшерелеү тураһында “оноталар”. Бер йыл хеҙмәт үтә лә китә, ә сәләмәтлек һәр кемебеҙгә  ғүмерлек кәрәк!

-Хәлдәр ҡырҡыуланып, пандемия икенсе планға ҡалды буғай?

-Хәрби комиссариат эшмәкәрлегендә  коронавирустан  һаҡланыу көньүҙәк мәсьәләләрҙең береһе!  Бөтә һаҡланыу саралары тулы күләмдә үтәлә. Былтыр көҙгө призыв ваҡытында ике егеттә яңы инфекция асыҡланғайны, һауыҡҡас  ҡына Ҡораллы Көстәргә йүнәлтелделәр.  Быйыл да  профилактика, сирҙе ваҡытында асыҡлау проблемаларына етди иғтибар биреләсәк.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас