

РФ Финанстар министры Антон Силуанов белдереүенсә, илебеҙҙең 300 миллиард доллар тиәһе алтын-валюта резервы Көнбайышта “туңдырылды”. Башҡортса әйткәндә – айыу майы һөртөлдө. Рәсәйҙәге һәр кешене уртаса 2 мең долларға төп башҡа ултырттылар тиерлек”! Һәр кемебеҙҙең, әлеге курс менән, 230 мең һум урланылар, ҡороғорҙар. Ә дөйөм резерв 640 миллиард доллар тирәһе, ти, ярар ҙа төп өлөшө алтында һәм Ҡытай валютаһында һаҡланған. Байтаҡ эксперттар, ниңә байлығыбыҙ АҠШ-та һаҡланды, ниңә хәлдәр ҡырҡыулаша башлау менән сығарылманы, тип даулаша башланы. Күрәһең, “ирекле баҙар”, “закон өҫтөнлөгө” тураһында уйҙырмаларға әүрәгән була бәғзе етәкселәр.. Ә шулай ҙа, бәлки, ул тиклем таланып та ҡалмағанбыҙҙыр әле. Рәсәйҙең тышҡы бурысы 478 миллиард доллар, тип тә хәбәр ителде. Был бурыс хәҙер долларҙа түгел, һумдарҙа ҡайтарыласаҡ, ти. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы!
Йылға кискән аяҡ сыланыуҙан ҡурҡмай инде ул! Рәсәйгә ҡаршы Көнбайыш илдәре һәммәһе 5,5 меңдән ашыу санкция ҡабул итте. Кешелек тарихында абсолют рекорд, 3,6 мең төр санкция алған Иран “көмөш” миҙал менән артта тороп ҡалды хәҙер. Иң шашынғандар: АҠШ -1,2 мең, Канада – 908, Швейцария – 824, Евросоюз – 766 төр санкция. Ярар, Совет власының беренсе йылдарында бар “цивилизациялы донъя” илебеҙҙе иҡтисади, сәйәси, хәрби блокадаға алып маташҡайны, һөҙөмтәһе билдәле - Советтар Союзы донъяның иң ҡеүәтле илдәренең береһенә әйләнде. Бәлки, был тапҡырҙа ла, дошманға тиң партнерҙар ҡатнашлығынан тыш яҡшыраҡ үҫешә алырбыҙ.
Халыҡ-ара мөнәсбәттәр киҫкенләшеүҙең ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Әлеге шарттарҙа коррупционерҙар менән дә әпәкәй-сәпәкәй, тип тормаясаҡтар буғай. РФ Президенты яңы законға ҡул ҡуйҙы тип хәбәр ителде: ришүәтселектә фашланған түрә-ҡараның банктағы счеттары ла етди иғтибарға алынасаҡ. Законлы юл менән байығыуҙарын иҫбатлай алмайҙар икән, һуңғы 3 йылдағы рәсми килемдәренән ашҡан сумма дәүләт файҙаһына һыпырып алынасаҡ. Чиновниктың ғаилә ағзаларының счеттарындағы аҡса конфискацияланыу мөмкин, тип тә әйтелә.
Ғалимдарҙың юмор яғы бик үҙенсәлекле була торған инде. АҠШ палеонтологтары 328 миллион йыл элек йәшәгән имәнес һигеҙаяҡ һөлдәһен таба ла, рәсми рәүештә Байден атамаһы бирәләр. “Джо Байден АҠШ тарихында иң оло президент (79 йәш), беҙ тапҡан йәнлек тә кальмарҙар араһында иң боронғоһо”, - тип аңлатма биргәндәр. Ғалимдарҙың мәрәкәләре тураһында яҙғас, бер яҡташыбыҙҙың хәтирәһен дә телгә алайыҡ: “ Бер-ике тиҫтә йыл элек миңә Украинанан рецензия яҙыуымды һорап диссертация ебәрҙеләр. Украин телендә. Биохимия терминдары ҡайҙа ла бер, яҡшы аңлашыла, әммә сәмгә тейҙеләр. Һеҙ арлашыу өсөн рус телен һанға һуҡмайһығыҙ икән, минең дә туған телем бар, тип рецензияны саф башҡорт телендә яҙып ебәрҙем. Нимәһен аңлай алғандарҙыр инде, билдәһеҙ ҡалды, башҡа бәйләнешкә сыҡманылар”.
Халыҡ магазиндарҙан күпләп шәкәр алырға кереште, беҙҙең Учалыла ла өҙөклөктәр күҙәтелә. Эксперттар тынысландыра: Рәсәйҙәге 70 заводта йылына 6 миллион тонна шәкәр етештерелә, ә илебеҙ эсендә ҡулланыу күләме - 5,8 миллион тонна. Сит илдәргә һатыу тыйылғас, үҙебеҙгә етергә тейеш. Башҡортстандан да шәкәрҙе ситкә сикләнде, ә үҙебеҙҙә етештерелгән татлы ризыҡ үҙебеҙ ҡулланғандан 1,6 тапҡыр күберәк, ти.
Башҡортостанда санкциялар һөҙөмтәһендә «Макдоналдс» (12 нөктә) һәм KFC ресторандарына (19) ябылды. «Макдоналдс»ты ла, KFC-ҙы ла алмаштырырға мөмкин. Үҙебеҙҙең сеймалдан продукция етештергән компанияларға ихтыяж арта. Ошо баҙарҙы тулыһынса ҡаплай алабыҙ. Бында проблемалар юҡ», — тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов БР хөкүмәте кәңәшмәһендә. Ҡыҫтыбый, бәлеш-бәрәмәстәребеҙ төрлө биг-мактарынан мең артыҡ!
Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй, Хоҙайбирҙин һәм Сәлих ауылдары халҡы үҙ биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында башланғыс менән сығыш яһаны. Закон проекты Башҡортостан хөкүмәтенә ғинуар аҙағында уҡ ебәрелгән. Әлегә уның буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән. Бынан тыш, ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы Яҡшембәт һәм Яҡут ауылдарында йәшәүселәр ҙә «ҡоро закон» индерергә теләүҙәре хаҡында белдергән. Был ауылдар «Айыҡ ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнаша. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә:«Тәү сиратта көндәлек тормошта спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы туҡтатыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Быға һатыуҙы тыйып ҡына өлгәшеп булмай». Нисек кенә булмаһын, халыҡ фекере инҡар ителмәҫ, тип өмөт итәбеҙ!
Башҡортостанда 2022 йылдың 1 ғинуарына пенсияның уртаса күләме 16 399 һум тәшкил иткән (2021 йылдың ғинуарында - 15 256 һум булған), тип белдерҙе республика статистиктары.Ошо ваҡыт эсендә республикала пенсионерҙар 1,175 миллиондан 1,149 миллион кешегә тиклем кәмегән.