Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
18 Март 2022, 06:05

Тәҡдир

-Ғәшүрәнең сәләмен йөкмәп килдем әлеү.Иртәгә иртәнсәкке афтывуз менән Күсейгә киләм,тине.Ҡаршы барырһың,Сулпан,йәме?-Вәғәләйкүм әссәләм,Кәбирә апай,рәхмәт.Әйҙә сәйләп сыҡ.-Яҡ,яҡ,малайым менән киленем хәҙер ҡайтырҙар еләктән.Сәйнүкте төртөп булһа ла торайым.Ней,ҡаршы алырһың,итерһең,шулатырһың.

ТәҡдирТәҡдир
Тәҡдир
Сулпан Абдрахимова
Тәҡдир.

-Ғәшүрәнең сәләмен йөкмәп килдем әлеү.Иртәгә иртәнсәкке афтывуз менән Күсейгә киләм,тине.Ҡаршы барырһың,Сулпан,йәме?
-Вәғәләйкүм әссәләм,Кәбирә апай,рәхмәт.Әйҙә сәйләп сыҡ.
-Яҡ,яҡ,малайым менән киленем хәҙер ҡайтырҙар еләктән.Сәйнүкте төртөп булһа ла торайым.Ней,ҡаршы алырһың,итерһең,шулатырһың.
-Ҡыҙыҡһың инде,Кәбирә,ин,мин һине йотамдыр шул,сәй эсеп сыҡ!-артынан шулай һөрәндәп ҡалды әсәй.
Иртәнге менән апайым килде.Ҡаршы алдым.Бер капрон биҙрә лыҡа тулы сейә күтәреп килеп төштө автобустан.
Ыуаҡ мал көтөүгә сыҡҡан мәлдә килә автобус.Аҡлы-ҡаралы оло болот һымаҡ оҙон урамға йәйелгән һарыҡ көтөүе.Шофер ,малдың ауылдан сығып киткәнен көтә биреп ,яйлап ҡына йөрөтә. Ауылдың үрге осона ҡабаланмай менеп китте автобус.
Мал ҡыуыусылар Ғәшүрә апай менән йә баш һелкеп кенә,йә ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп һаулыҡ һорашып үтәләр.Бөтәһе лә танып бөтмәйҙәр апайҙы.
-Был ир уҙаманы кем балаһы булды?
Әәә,әйтәм дә тас ҡына атаһы булып атлап бара,ә быныһы әсәһенә тартҡан,былаялай һылыумы!-һәр береһен танырға,сырамытырға теләп килеүе инде апайҙың.
Һул яҡҡа тыҡрыҡҡа боролабыҙ ҙа,түбәнгә төшәбеҙ.Кәбирә апайҙың иҫке өйө тапҡырына еткәс,беләгенә элеп килгән сепрәк сумкаһын ергә ҡуя Ғәшүрә апай:
-Ҡана,ата-әсәм рухына аят бағышлап китәйем.Ошо нигеҙҙә тыуғанмын бит мин,-тип Әлхәмде уҡып,доға ҡыла,бәләкәс кенә устары менән битен һыпырып ҡуя.
-Үәй,ғүмер.Бынау иҫке өйҙөң тәҙрәһенән бәләкәй Әшүрә ҡарап торор һымаҡсы,-ҡорғандары ябыҡ тәҙрәгә тексәйеп бер аҙ тора.
Етенсе тиҫтәне ваҡлап барған Ғәшүрә апайҙан күҙемде алмайым,йәш сағында бигерәк һылыу булғандыр инде,ҡара бөҙрә сәсле,ҡыйғас ҡашлы,ап-аҡ мәрмәр йөҙлө.
Дин юлында йөрөй-Хәжиә ул.Хаж ғәмәлен үтәп ҡайтты ла,икенсе йылы тағы сәфәргә төйнәнә башланы.
-Үткән барғанымда рәт-сиратын дөрөҫ,теүәл үтәмәнем,шикелле.Күңелемә әллә нимәһе ҡыйын булып тик торасы,тине.Тәүәкәлләне.Икенсегә хаж йөрөп ҡайтҡас ,йәнтәслим ауырып алды.Әле аяҡҡа баҫҡас,тәүләп беҙгә килеп тороуы.Емеш-еләк бешкән мәл.
Иртәнге самауыр артында ҡайһы тарафҡа барһаҡ уңырбыҙ икән,тигән әңгәмә ҡорҙоҡ.Әхеүәл белештек,донъя хәлдәрен һөйләштек,зәмзәм һыуынан ауыҙ иттек.
-Ана Өс таҡтаға барайыҡ.Йәйәүлегә әллә ней алыҫ та түгел,-ти әсәй,
емешкә барғыһы килеп,сыҙамай ултырыуы инде.
-Апай ,ҡарале,ул Өстаҡта тигән ергә барғаным булғандыр бит.Ер-һыу исемдәрен белеп бөтмәгәсем,ҡайһы ерҙә йөрөгәнемде белмәй ҙә ,аңғармай ҙа йөрөп тик ятамдыр инде,Гөлшат апай?
-Анау бер йылы,,Һаумыһығыҙ,ауылдаштар" байрамы үтте бит, туҡһан дүрт ,шикелле.Шул ер инде.
Әллә ней ҡабаланмай ғына ,һәүетемсә генә атлап киләбеҙ.
-Һайт!Һайт!-арбалылар шәп итеп аттарын ҡыуып үтеп китәләр.Машиналылар ҙа зыйлап торалар.Емешкә ҡолаған халыҡ.Әллә ней ямғыр юҡ быйыл,шулай ҙа емеш уңды,шөкөр.Ҡояш баш өҫтөбөҙгә етеп,зәрә ҡыҙҙыра башлағас,ҙур ҡайын төбөнәрәк килеп ,ялға туҡтаныҡ,шешәләребеҙҙән һыу уртланыҡ.
Ғәшүрә апай,ситегенә генә мәсих тартты ла,төшкө намаҙҙы үтәмәккә булып ,ҡиблаға ҡарап баҫты.
Мәж килешкән бөжәк,ҡоштар,көнө буйы әллә нимәһен сүкегән сиңерткәләр тымып,хатта елдәр ҙә шымып ҡалған һымаҡ булдысы.
Сәждәгә ойоған Ғәшүрә апай әллә нисек кесерәйеп киткән һымаҡ.Бейек булып үҫкән үлән,сәскәләр араһынан саҡ күренеп ултыра үҙе.Тиҫбеһен тартып бөтөп,беҙҙең эргәгә ҡунаҡланы:
-Әсәйем һуғыш ваҡытында йыуаға ,тип кенә килгән Өстаҡтаға.Эсе өҙөлә яҙып,асығып ҡына йөрөгәндер инде,йыуа йыйып йөрөгән генә ерҙә тәкмәрәләп үлгән дә ҡуйған.Ошо ер икән дәһә әсәйем йән биргән ер.
Бына ғүмер булғас,был ергә лә килеп,аят уҡырға насип әйләне...
...Бала саҡта ныҡ илаҡ булғанмын.Атай юҡ,әсәй эштәлер инде.Ағайымдар ҙа ҡата башындай ғына булып,Ишбирҙе тигән ерҙә эшләп йөрөйҙәр.
Илама,теше сыҡҡан бала күп илаһа,етем ҡала,тип әйтеп тыялар икән мине.
-Әсәйем ҡайтҡас,тағы ла иларым әле,ял итәм дә,тип йоҡлап китәм икән.Хәбирә инәйҙәргә ,һинең оләсәйеңдәргә ҡаршы ғына торҙоҡ.
Әсәй үлгәс,һуғышта йөрөгән ағайым ҡайтып,беҙҙе Темәс баллар йортона урынлаштырып китте.Һуғыштан һуң ағайым Магнитҡа алып китте бөтәбеҙҙе лә.Беребеҙ Миша,беребеҙ Вася,беребеҙ Андрей,мин Галя булып киттек урыҫтар араһында.
Нишләп миңә Әшүрә,тип исем ҡушҡандар икән,тип әсәйемдәргә үпкәләп йөрөнөм иҫ белгәс.Ә ҡалай матур икән исемем!
Шулай,һеңлем.Үҙем ғүмерем буйы Күсейҙе һағындым.Кендек бауым бәйле ауылымда йәшәү бәхете тәтемәне.Маңлайыңа яҙылған тәҡдирҙән үҙып булмай,күрәһең.Бала саҡта атаң тере булып,уның салғый ғынаһына йәбешеп йөрөлмәне.Әсәмдең беләген бишек итеп йоҡлауҙар ҙа әллә ҡайҙа татлы төш кеүек кенә тороп ҡалдылар. Бәләкәс кенә усым менән ағайымдарҙы ҡайһыһының бармағынан етәләп,ҡайһыһының беләгенән матҡып тотоп йөрөп үтте Темәстәге етем баласағым.
Ағайҙарым да ауылды һағындылар,һуңғы төйәктәренең ошо ауылда булыуҙарын теләп йөрөгәйнеләр.Әле уларҙың да рух-шәрифтәренә аят ҡылдым...
Мәтрүшкә йыйып,бер ҡосаҡ миндек һындырып алып,эре еләк йыйып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ:
-Шөкөр,Хоҙайым,емешле үҙәктәреңә,сәскәле туғайлыҡтарыңа.Һау булһаҡ,әлморонға килермен,-Ғәшүрә апайҙың күңеле булды.
Сарсап ҡайттыҡ,самауырҙы йыҡҡансы сәй һемереп,киске автобусға апайҙы оҙатырға сыҡтым.
Ете -һигеҙ ҡатын,арыуыҡ ир заты киске автобус көтөп туҡталышта торалар.Еләк йыйып алған мәрйәләр ҙә бар.
Күрше ауылға юл тотҡан оло ғына инәй Ғәшүрә апайҙы танып,ике ҡуллап күреште лә:
-Һине тағы ла бабайға барғанһың,тип ишеткәйнем.Үткәндә аятта кемдер һөйләп ултырҙы.Фәтиханың ҡырығына ла машиналы бабай менән килгәйнең,әле ништәп йәйәүләгәнһең?-тип хәбәрен теҙҙе бит.
Бер ни өндәшмәне Ғәшүрә апай.Ярай әле геүләп автобус килеп туҡраны ла,баяғы инәйем эләгеп-ҡолап автобусға йүгерҙе.
Көҙгә апайым әлморонға килде.
-Үткәнендә ҡайтып еткәнемсә уйҙарға батып барҙым.Маңлайыңа яҙылғандарыңды һыпырып ташлап була микән ?Әллә тәҡдирҙең әсире булып йәшәп тик ятабыҙмы икән?
Анауы апайҙың һүҙҙәре һеңкәҙәтте бит мине.Азамат еҙнәң вафатынан арыу ваҡыт үткәйне,бер кешегә сығып ҡараным.Уңмағас,ни хәл итмәк.Кире ҡайттым шул,-Ғәшүрә апай ергә ултырып ,сепрәк сумканан сәйен сығарҙы-әйҙә ,ҡуй,тамаҡ кибеп китте. Шунан тирә-яҡты байҡап оҙаҡ ҡына тымып ултырҙы ла,былай,тип дауам итте:
-Бер бәйғәмбәр йәшәгән ,тей борооон.Кемдең маңлайына нимә яҙылғанын уҡып белеп торған,тей был.Бәйғәмбәргә бөтә тарафтарҙан халыҡ ағыла тей,имеш.
Бәйғәмбәрҙең һылыу ғына ҡыҙы булып,был ҡыҙ тормошҡа сыға ла,уңалмай кире ҡайта икән,сыға ла кире ҡайта икән.Атаһы ҡыҙына асыуланып,өйөнән ҡыуып ебәргән тей.
Был ҡыҙ ҡаты ауырып китеп ,түшәктә ята икән:
-Үлеп китһәм,кәүҙәмде күмерһегеҙ,башымды тупраҡ өҫтөнә һалып ҡалдырығыҙ.Атам килеп,маңлайымдағы тәҡдиремде уҡыр,тигән ти.
Ҡыҙының ҡәберенә килеп,оҙаҡ илап ултырҙы,ти Бәйғәмбәр...
-Ниңә генә һирпелеп тә ҡараманым икән ҡыҙымдың маңлайына,тип әйтә икән,тей бәйғәмбәр илап-һыҡтап...
Йылдар үтте,арыу һыуҙар аҡты.
Ғәшүрә апай ауырып китеп,уны Өфөләге ҡыҙы алып ҡайтты,матур итеп көттө.
Ғинуарҙа китеп барҙы анау бер тажлы зәхмәттән.
-Мин Ғәшүрә Шәриповна.Күсейҙә тыуғанмын,шунда ғына ҡуйығыҙ,тип әйтеп ятты мама,-тине ҡыҙы.
-Оло мәйетте йөрөтмәйек,Өфөлә ятһын,тип,тонъяҡ зыяратҡа ҡуйҙылар.
Ауылымда ятҡым килә,тип теләне лә бит...
Тәҡдир...Уҙып булмайҙыр,тим...
 
фото https://vk.com/public192878295?z=photo-192878295_457241153%2Falbum-192878295_00%2Frev
 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас