

Йәш кенә көйөнсә дошманға ҡаршы көрәшеп, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәрифулла Зөлҡәрнәев бөгөн 97 йәшен билдәләй. Ул 1943 йылдың февралендә 17 йәшлек кенә сағында фронтҡа саҡырыла. Тәүҙә дүрт ай тирәһе Тоцк ҡалаһында әҙерлек үтәләр. Беренсе Украина фронтының 11-се уҡсылар бригадаһы составында һуғыша Зөлҡәрнәев. 1943 йылдың йәйендә фашистарҙың сигенгән ваҡытында аяуһыҙ ҡаршылашыуҙарына шаһит була. Харьков өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән Ғарифулла Ғәйфулла улы “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградлана, әммә уға уны 1963 йылда ғына тапшыралар. Ә Полтава өсөн алышта ҡаты яраланып, госпиталдә оҙаҡ дауаланырға тура килә.
“Почет Билдәһе” һәм икенсе дәрәжә Дан ордены кавалеры Ғарифулла Зөлҡәрнәевте Учалыла белмәгәндәр һирәктер. Һуғыштан һуң ул колхозда иҫәпсе, бригадир, ферма мөдире булып эшләй, һуңынан сирек быуат ҡулланыусылар кооперативында хеҙмәт итә. Ҡатыны Сәлимә апай менән ете балаға ғүмер бирәләр