Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
21 Март 2022, 10:10

Аҡсаң булһа ғына...

 Тормош-көнкүреш техникаһына һәм электроникаға бүлеп түләү мөмкинлеге бөтөрөлә

Аҡсаң булһа ғына...Аҡсаң булһа ғына...
Аҡсаң булһа ғына...

Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә электроника магазиндары техниканы бүлеп түләү мөмкинлеге менән һатып алыуҙы ваҡытлыса туҡтатты. Сәбәбе — Үҙәк банктың төп ставканы күтәреүе һәм донъяла килеп тыуған хәлгә бәйле валюталар курсының үҙгәреп тороуы.

«М.Видео», DNS һәм «Эльдорадо» «Башинформ» агентлығына ошо мәғлүмәтте раҫланы. Магазин вәкилдәре әйтеүенсә, 100 процент түләп кенә һатып алырға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта электроника һәм көнкүреш техникаһы селтәрҙәрендә клиенттар өсөн кредит хеҙмәте һаҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-21/zhiteli-bashkirii-bolshe-ne-smogut-kupit-elektroniku-v-rassrochku-2736645

Автор:Алия Даутова
Читайте нас