

Һуңғы арала ветеринар-санитар ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәйенсә ауыл хужалығы хайуандарын килтереү йә икенсе райондарға сығарыу осраҡтары йышайҙы.
Күрше район-төбәктәрҙә ауыл хужалығы йәнлектәре менән ҡош-ҡортта ҡурҡыныс сирҙәр теркәлгән мәлдә бындай яуапһыҙ граждандар бөтә төбәк өсөн эпизоотик хәүеф булдыра.
Мал һатҡанда эйәләре район ветеринар станцияһына килеп, оҙата барыусы (сопроводительный) документация хәстәрләргә бурыслы. Был талап аҫрау, үрсетеү, һуйыу өсөн мал ҡайтартҡандарға ла ҡағыла. Дәүләт ветеринар хеҙмәте тейешле карантин саралары үткәрәсәк.
Оҙата барыусы ветеринария документацияһында ауыл хужалығы хайуанының төрө, ветеринар-санитар хәле, ниндәй территориянан икәнлеге һәм ундағы эпизоотик именлек буйынса мәғлүмәттәр сағылдырыла.
Ауыл хужалығы йәнлектәрен һатҡанда, ташығанда ветеринар-санитар ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Район халҡын бөтә талаптарҙы теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Кире осраҡта мал өсөн генә түгел, кеше өсөн дә ҡурҡыныс ауырыуҙар таралыуы мөмкин.
Урал СИРБАЕВ, БР буйынса “Россельхознадзор” идаралығының эске ветеринар күҙәтеү бүлегенең дәүләт инспекторы.