

Миңзәлә Сирғәлина
Ҡыҙыл алма
Өс йәшлек кенә ҡыҙсыҡ һаман да ата- әсәһенең үлемен ҡабул итә алмай ҡалаҡ бүлә, йә тәм- томонан өлөш өҙөп ҡалдырып үҙәкте өҙә. Өсөнсө синыфта уҡыған Рәмис ағаһы арыуыҡ иҫ белгәс ни, улай уҡ һиҙҙермәй. Күҙ -ҡарашын баҫып, ирлегенә һалынамы әллә, күҙ йәшенә лә әллә ни батмай. Ҡырыҫ, ҡатҡыл ир булмаҡсы ул. Рәмзиәнең шулайтып ата- әсәһенә өлөш бүлеүен яратмай малай, уларҙың күптән үлгәнлеген ярып әйтә лә һала. Әле лә мәктәптән ҡайтып инеп, төпкө бүлмәлә кейемен алмаштырып тора ине. Аш бүлмәһендәге һеңлеһенең һүҙҙәрен ишетеп атылып килеп тә сыҡты
- Һиңә күпме тапҡыр әйтергә була, атай ҙа, әсәй ҙә юҡ хәҙер! Улар үлде! Ҡайтмайҙар башҡа беҙгә, ҡунаҡҡа ла, эшкә лә китмәнеләр. Көтмә Рәмзиә башҡа улай! Алдайҙар бит ул былар һине!
Барыһына ла ҡалаҡ тәрилкәләр теүәлләп бөткәненә ҡыуанып ултырған Рәмзиә өсөн ағаһының ярһып күҙҙәренә инә яҙып ҡысҡырыныуы әллә нисек ине. Ҡурҡышынан илар сиккә етеп:
- Үлмәгәәән, үлмәгәәәән беҙҙең әсәй...
Алдама, һин үҙең алдаҡсы! Атай тиҙҙән ҡайта, күүп итеп мәмәйҙәр алып...
Ышанмаһаң әйҙә инәйҙән һорайыҡ...,-тине.
Өҫтәл янында һүҙ көрәштергәндәрҙең миңә табан тыптырлашып килгәнен һиҙеп, ни тип яуап бирергә лә белмәй баҙап ҡалдым.
Телдәр ҡыҙ ағаһына ауыҙ асырға ла ирек бирмәй тәтелдәй генә. Бит алмаһында һытылып сыҡҡан тамсы ғына күҙ йәше тәгәрәп төшә алмай йылтырап тора. Һыҙылып сеңләп ебәрергә әҙер ҡыҙсыҡ, өмөтлө күҙҙәрен миңә төбәй
- Инәәәй, иртәгәәәә атай ҡайта ла инде ивет?! Әсәй ҙә...
- Эйе шул. Иртәгәәә ҡайталар.
Һүҙгә Рәмис тә ҡушылды
- Алһыу инәй! Алдамағыҙ! Лутсы дөрөҫөн генә әйтегеҙ. Бала тигәс тә... Күрҙем бит үҙҙәрен ергә күмгәндәрен. Улар юҡ. Үлделәр.
Ауыҙ асып та өлгөрмәнем, башын баҫып мышнап Рәмис төпкө бүлмәгә ашыҡты. Ағаһының атлаған ыңғайына үкһеп илауын күргән Рәмзиә лә сыйнап илап ебәрҙе. Бая бит алмаһында һалынған тамсы ғына күҙ йәше һыҙылып сыҡҡан әсе тамсыларға баш булып аҫҡа тәгәрәне.
- Алдамағыҙ, үлмәгән минең әсәйем! Атайым да ҡайтасаҡ! Эшкә киткәндәр, күреп тороғоҙ! ҡайтасаҡтар. Күүүп итеп тәмдекәстәр алып ҡайтасаҡтар.
Һин үҙең алдаҡсы! Инәй, Рәмис ағай алдай ивет?!
Иҙән уртаһында күҙ йәшенә мансылып торған Рәмзиәне йәлләүҙән түҙмәй күҙ йәштәремә быуҙығып ҡосаҡлап алдым.
-Инәй, нишләп илайһың һин дә, инәй? Әйт, ҡайта тиең! Ҡайта бит, ивет?
-Эйе ҡыҙым, ҡайта әсәйең, атайың да ҡайтыр. Сабыр ғына көтәйек...
Рәмис ағайың яңылыш күргән, илама йәме?! Әйҙә аш эсәйек.
Төпкө бүлмәнән Рәмистең тауышы ишетелеп ҡалды
-Беҙҙе алдап ни файҙа һеҙгә? Үлгәс -үлде тиегеҙ. Нишләп алдашырға? Ҡайтмаҫтары билгеле бит инде, алдаҡсылар...
Етәгемә эйәргән ҡыҙ был һүҙҙәргә башҡаса иғтибар итмәне шикелле. Илауҙан һыңҡылдап туҡтай алмай, ултырғысына тубыҡланып менеп ултырҙы. Тәрилкәләргә аш бүлеп ҡойғанда тағы ла атаһы, әсәһенә өлөш һалдырып өҫтәлгә ҡуйҙырҙы. Шым ғына аш эсәбеҙ. Күңелдәге төйөрҙө ҡайнар аш ҡуҙғатып алып китә алмай. Өҫтәлдә быуы күтәрелеп ултырған ике эйәһеҙ тәрилкәгә күҙ төшә лә, илағы килеп тик тора. Мышнамай ғына, танауҙы ла тартмай бит йөҙөмдө тәрилкә менән ҡаплап йәшемә ҡушып һурпа һемерәм. Эргәмдәге кескәй ҡыҙҙың һәр хәрәкәтен, һәр ҡарашын тотоп алырға итәм, һиҙәм ул да һәр ҡалағын ауыҙына оҙатҡан һайын теге тәрилкәләр яғына ҡарап ала. Эй, бала!
Башын баҫып, ҡыҙарған күҙҙәрен йәшереп маташҡан Рәмис тә ашын тиҙләп эсеп бөтөп, төпкө бүлмәгә йүгерҙе. Эсен бошороп һеңлеһенең әсәй - атаһын иҫкә алыуына йәне көйә ине уның.
Бала бала инде, һауыт - һаба йыуғанда ла, ҡош -ҡортҡа ем һалғанда ла әсәһен теленән төшөрмәй. Ике өй аша ғына күренгән өйҙәренең мөрйәһен ҡарап- ҡарап ҡуя тәҙерәнән. Ҡайтып инеп ут яғып ҡуйырҙар тиҙер инде, бисара. Ҡайтмаҫтар шул...
Ҡайтмаҫҡа киттеләр Алһыуҙың килендәше менән ҡәйнеше. Алмалай балаларын ҡалдырып һыуға төшкәндәй бер төптән юҡ булдылар бер төндә. Ауыр уйҙарынан арына алмай, күҙҙәрен тамсы йоҡо йомдоралмаҫ төндәре артты Алһыуҙың. Әйтерһең дә үҙенең бала сағын ҡосоп ята ул. Кескәй генә яралы ҡыҙсыҡ. Юҡ, Алһыу яҙмыш әселәренә ташламаҫ балаҡайҙарҙы. Үҙе әҙ һемерҙеме ни әсе һурпаны? Еткән яғаһынан ҡармағаны ла!
Күҙ алдында кеүек барыһы ла.
…Атай тип ауыҙ асып та әйтә алманы Алһыу. Иҫ белгәнендә ул юҡ ине. Асия апайы, әсәһе барлығын белде. Аҙаҡ өйгә йыйылып күңел асырға яратҡан инәй апайҙарҙың исемдәрен дә яттан, йөҙҙәрен әллә ҡайҙан таныны. Шәрхизә, Мәрүәр, Сәлимә инәйҙәр, һылыу ғына үҙе йәш кенә Нурия еңгәй ҙә беҙҙең өйҙә йыш "ҡунаҡ" була ине. Күңелдәре көр, шаян ширҡылдашҡандар тауышы тынманы өҫтәл тирәһендә уларҙың. Берсә илап та алалар, ауып йоҡлап та китерҙәр ине. Эскәндәре әсе һыу икәнен дә белде Алһыу. Араҡыға аҡса бөтә башлаһа бал әсеткәндәрен дә күреп йөрөнө. Шулай булырға тейеш ине һымаҡ уға. Үҫә төшкәс, мәктәпкә бара башлағас, башҡалар тормошона күҙ һалырға өйрәнгәс кенә аңланы әҙерәк. Ҡыйын ине уға эскесе балаһы булыуы. Мәктәптән ҡайтып килгәндә лә иң ныҡ теләгәне әсәһенең өйҙә, айныҡ булыуы ине. Байрам кеүек бит ул әсәһенең айныҡ көндәр. Һирәк кенә тәтей. Ишек тыштан, йә эстән бикле саҡта туҡылдап астыра алмай, асҡыс эҙләп өшөп ҡатҡан саҡтары ла аҙ булманы. Апайы ҡалаға киткәс бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалды Алһыу. Ас, һыуыҡ өйҙә ултырған саҡтары артты. Тәмләп эскән боламыҡтарынан уртап ҡарағаны ла булды. Тел осо әсетеп кире төкөрҙө түҙмәй. Этлек-мәстек менән буй етте Алһыу. Эскесе балаһы тип төртөп күрһәтеп үсекләшкән класташтарынан да биҙрәп торҙо. Ара-тирә ҡайтып торған Асия апайы юл фажиғәһенә эләгеп үлгәс, әсәһе оторо шашты. Ҡайғыһын зәһәр һыу менән йыумаҡ булды ахрыһы. Алһыу япа яңғыҙ ҡалды. Әсәһе нишләптер уға әллә ни иғтибар итмәне лә. Ә бит Алһыу ҙа илай, ҡайғыра, әсенә ине.
Юғары уҡ булмаһа ла урта махсус белем алып, бер аҙ эшләп алғас кейәүгә сыҡты. Тормош иптәшенең эсмәүен генә теләне Алһыу. Хоҙайҙың "амин" тигән сағына тура килдеме, тамсы ла араҡыға тамшанмаҫ зат булды Расихы. Тик ҡәйнә кешенең яйы сыҡҡан һайын эскесе балаһы, тип төрттөрөүе йәненә тейҙе. Атаҡлы алкаш балаһы, эскесе тоҡомо... ауылынан арыуыҡ алыҫ китһә лә эҙәрлекләй төштө ошо һүҙҙәр үҙен ғүмеренең буйына.
Телдәшмәне Алһыу ҡәйнәһе менән, сабыр түҙҙе. Ярай ҙа айырым йәшәй, ярай ҙа Расихы аңлай. Илаулап үпкәләгән саҡтарында Расихы аңлап йыуатып - йыуатыр ине үҙен...
Ҡәйнеше кәләште затлы нигеҙҙән алғас, эй маҡтанып ауыҙ һыуы ҡороно ҡәйнәһенең. Бирнә һандығындағы төңкөһө менән ҡорған түлдәрен, һауыт һабаһының күплегенә иҫе китеп бер булды. Яйы сыҡҡан саҡта тип буш һандыҡ һөйрәп килгәндәрҙең маңлайына сиртте минең килен тип төрттөрҙө. Аҙаҡ ҡыҙыл дипломлы килендең ҡойошҡаһы ҡойолоп йөрөгәндәрҙән мең артыҡ тип алдынан алды. Һүҙ юҡ ине, бухгалтер булып эшкә төшкән йәш килен, районда бер кәттә генә түрә ҡыҙы ине. Ҡәйнеше лә төшөп ҡалғандарҙан булманы, ауыл хужалығы институтын бөтөп агроном булып эшләп йөрөгән мәле ине. Күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырыр пар, гөрләреп йәшәп китте. Ағастан түгел, таштан өй күтәреп, заманса ҡыйыҡ-түшәмдәр ҡуйып ауылды йәмләнеләр. Улдары тыуҙы. Ауылда эш яғы хөртәйҙе. Колхоз тарҡалды. Декрет ялындағы ҡатын аҡса йомарлап тотоп өйрәнгән, ҡәйнеште алыҫ себер яҡтарына эш эҙләтеп сығарып та ебәрҙе. Эҙләгән тапмаймы ни?! Тапты эшен дә, аҡсаһын да Радик ҡәйнеше. Оҙон юлдан ҡайтҡас байрам итеүҙәр, һыныҡ яҙыуҙар яйлап башланды. Ҡәйнә кеше күрһәтмәҫкә тырышты быны, арып ҡайтҡас әҙерәк кенә була инде, эш кешеһе бит улар, тип ҡуйыр ине. Смена артынан смена, байрам артынан байрамдар көттө. Килендең декрет ялын икенсе декретҡа сығыу оҙайтты. Ҡыҙҙары тыуҙы. Эскегә бата башлағандарын һиҙенгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар килеп тыйыу ҙа урынһыҙ булды. Оло кешеләр һиҙемле шул, күп тә тормай килендең әсәһе үлеп ҡалды. Һағыштан эсте был юлы килен. Килендәше Алһыуҙың үҙе ыңғайына булмауына йәне көйҙө. Бәйләнер сәбәп тапмай ни тип әйтергә белмәй эҙләнде. Уның менән бергә эсмәүен һөйһөнмәне. Нахаҡтан ҡәйнешенә ҡушып ҡараны, берсә доньяларын күрә алмауҙа ғәйепләне, аҙаҡ килеп мин бала тапҡанға көнләшәһең тип ҡуйҙы.
Эйе, уныһы хаҡ, күҙе ҡыҙа Алһыуҙың йәш балаға, Хоҙай уға тик бер генә тапҡыр мөмкинлек бирҙе шул әсәй булырға. Ирен уллы итергә үҙе лә теләгәйне бит, булманы. Бала саҡтан бөйөрҙәренә һыуыҡ алдырғанға буғай, башҡаса балаға уҙманы шул...
Уйҙарын бүлеп, ете төн уртаһында телефон зыңғырланы.
-Алло.
-Алло, Алһыу һаумы! Ғәфү ит, төндөр инде һеҙҙә, - Расих ине был.
-Эйе, төн. Йоҡламай инем, былай ҙа. Үҙең һаумы?
- Һаумын, арыу ғына. Беҙҙә әле көн. Хәҙер эшкә йыйынам. Хәлегеҙҙе беләйем тигәйнем дә...
-Хәлдәр ни шул бер көйө. Илайбыҙ, әүрәтәбеҙ, йыуатабыҙ шунда.
Рәмис үсегеп ала, алдашмағыҙ ти. Рәмзиә ҡалаҡ тәрилкә бүлә һаман.
- Шулай инде.
Үтә бөтөрөнмә үҙең Алһыу, үтер әле быныһы ла. Бурыстарын ҡапларлыҡ йөрөһәм, бөтөнләй ҡайтам. Эргәгеҙҙә булһам беленмәҫ тә әле.
-Эйе шул. Һин дә һау йөрө. Беҙҙең өсөн борсолма. Мал-тыуар ҙа, беҙ ҙә именбеҙ. Ҡәйнәм дә ингеләп йөрөй. Уның да эсе боша. Рәмис көндөҙ өйҙәренә китә лә бара. Йә ҡапҡа тышында, йә тупһаларына барып ултыра. Үҙе иламаған да һымаҡ. Ныҡ ҡайғыра. Исмаһам һин ҡайтһаң да уға иптәш булыр инең.
-Күп ҡалманы инде. Ҡарап тор үҙен. Күҙ алма балаларҙан, беҙҙең өҫтә бит улар хәҙер.
-Беләм. Тырышам хәлдән килгәнсе.
-Ярай, оҙаҡ һөйләшә алмайым. Имен тороғоҙ. Әсәйгә сәләм әйт.
-Әйтермен. Үҙеңде һаҡла Расих. Һау бул!
-Пока!
Ер аяғы ер башынан Расихтың тауышын ишетеү күңеленә йылылыҡ бирҙе Алһыуҙың. Ҡуйынында йомарланып ҡына ятҡан Рәмзиә ялбыр сәстәрен ҡалҡытып, йоҡо баҫҡан күҙҙәрен ҡулдары менән ышҡып тороп ултырҙы:
-Инәәәй, атайым шылтыраттымы әллә?
Иртән ҡайтам тинеме?
Алһыу, Рәмис ишетмәһен тигәнгә ишара итеп бармағын ирен осона ҡуйып, баш һелкеп ҡуйыуҙан ары китә алманы...
(икенсе бүлек)
Таң һарыһы беленер беленмәҫ тороп һыйырҙарҙы һауып көтөүгә ҡыуғас, утлыҡсала һөт айыртырға, шул ыңғайҙан әллә ҡасандан бирле әсеп ултырған эркетте ҡайнатырға булды Алһыу. Көндөҙ ҡыуан ел сыҡһа усаҡ яғыу хәүефлерәк тә бит. Сепарат тауышына аңғармай ҙа торған, иртә менән ҡәйнәһе килеп ингән икән. Бала бит инде, тәүләп Расихтың хәлен һорашты. Төнө буйы һаташып, Зәлиә киленде күреп бөткән төшөндә, шуны һөйләп уйланып алды. Буш торған өйҙәренә инеп аят уҡып сығайым тип асҡыстарын һорарға ингән икән. Йәлләне Алһыу шул саҡ ҡәйнәһен дә, ҡасандыр үҙен ситкә тибеп кәмһеткән, эшен түгел, бер һүҙен дә үҙ итмәҫ ҡәйнәһе йөҙө лә ҡайғынан ҡарайған, ҡанаты ҡайырылған ине. Ғәзиз кинйә улын, анау ике бөртөк баланы үкһеҙ етем итеп килененең дә бер төптән юҡ булыуы ай-һай ауыр шул.
Ҡулындағы асҡысты алғанда ла :
-Риза булып ҡына көт инде балаларҙы Алһыу килен, һинән башҡа уларҙың кеме бар? - тине.
Эйе, кемгә көнөң ҡалып, кем тупһаһына барып йығылырыңды, кем күҙенә тилмеререңде ҡайҙан беләһең инде?!
Иртәнге сәйгә туҡтарға теләмәне ҡәйнә кеше. Тупһанан төшкәндә лә, әллә артынан Алһыуҙың эйәреп оҙата сыҡҡанын шәйләмәнеме, "һаҡһыҙ ғына нахаҡтарҙан рәнйеттем бит, әллә шул гонаһтарым өсөнмө был яза? Ярлыҡа Хоҙайым, ярлыҡа", тип атланы.
Әр-битәр Алһыуға әҙ эләкмәне был ерҙәрҙә. Хатта ошо Зәлиә килене менән ҡәйнеше үлемендә лә үҙен ғәйепләп маташтылар. Шул тиклем теүәл килеп сыҡты дәлилдәре, хатта үҙе шаңҡыны Алһыу.
…Яңы ғына быҙаулаған һыйырын быҙауына ла ҡушмай, исмаһам әйтеп тә аңғартып тормайса ҡалаға киткән ине ҡәйнеше менән килене. Белмәҫ тә ине әле, урам ярып һыйыры аңҡылдамаһа. Үҙҙәре ҡайтҡансы һарайын асып, быҙауын имеҙеп, бесән һалып, һыу ултыртып ҡайтты Алһыу. Мал йәл бит. Кисләтеп кенә ҡайттылар. Урам ҡапҡаларының ҡаты даңҡылдап ябылыуынан ғына белде аныһын да. Балаларын да бергә алып сыҡҡастары ҡоҙаларға барғандарҙыр тип уйланы. Кискелеккә малды ҡарап бикләгәс, барып хәлдәрен белешергә тип инде. Ыҡтырып араҡы тейәп ҡайтҡандар икән. Өйҙәренә ташып ҡына торған саҡтары булған. Оло ғына һауыттарҙа ла ниндәйҙер күкһел шыйыҡлыҡтар бар ине. Машинаға кәрәкте нәмәләрҙер тип әллә ни иғтибар итмәне Алһыу уларына. Еңгәй кешенең килеүен килен яратмағаны һиҙелде, шундуҡ һырты менән баҫты килен. Һыйырҙы сәбәп итеп һүҙ башланым:
- Урам яңғыратып һыйырың аңҡылдағас килеп быҙауына ҡушып ҡайттым. Шуны әйтеп китһәгеҙ ни була? Йәл түгелме мал?
- Былар юҡта тип вис темеҫкенеп сыҡтың инде урамды. Һораманыҡ бит ҡуш тип, аңҡылдаһа ни минең мал. Һинеке үҙ һарайыңда.
Бындай уҡ дорфалыҡты көтмәгәйне Алһыу, ишектән инеп килгән ҡәйнешкә һаулыҡ һорашып, һүҙһеҙ сығырға ынтылды. Һыртынан:
-Хәйерсе, өҫтөңә кейер йүнде кейемең, өҫтәлеңдә ризығың юҡ, кеше тикшереп маташа ишеү,- тигәнен ишетеп ҡалды.
Ит изгелек - көт яуызлыҡ. Һыу уртағандай сығып барып ней тип:
-Аллаға шөкөр, хәрәм һыу ғына юҡ миндә, һиндәгенең ҡалғаны вис бар. Хәйерлегә булһын был ылығыуығыҙ, - тине.
Артынан шарылдап аҡлы күкле һүҙҙәр менән әрләп ҡалды килене. Ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәгән ҡәйнеш ишек төбөндә индергән йәшниктәренең өҫтөнә костюмын һелтәп, араҡыларын йәшереп маташып тороп ҡалды. Әсәләренең үкереп ендәнеүенә илаған балалар тауышы ла өҫтәлде. Урам ҡапҡаһы аша сығып барғанында артынан тимер биҙрә тауышы сығарып ниҙер быраҡтырып та ҡуйҙы зәһәр килен. Боролоп ҡараманы Алһыу артына. Теләһә нишләһендәр, башҡаса аяғымды ла баҫмайым тип үҙ өйөнә ашыҡты...
-Инәәәй!
-Әү, ҡыҙым! Торҙоңмо ни? Әле иртә бит?!
-Инәәй, инәй, әйҙә тиҙерәк!
-Аһ! Ҡайҙа ҡыҙым? Ҡайҙа бараң? Аяғыңа кей! Ай! Тороп тор!
-Инәй, әсәйем тора ҡапҡа төбөндә, яңы ғына күрҙем, яңы ғына! Әйҙә тиҙерәк!
-Тороп тор! Рәмзиә! Кей аяғыңа!
Әле генә өйҙән уянып сыҡҡан ҡыҙ йылп итеп тупһанан да сығып йүгерҙе.
Яланаяҡ ысыҡлы үлән буйлап барған Рәмзиә артынан ҡалмаҫҡа тырышып өтәләнде Алһыу. Әллә һаташа инде? Көлә - йылмая йүгерә үҙе.
-Туҡтале Рәмзиә, ҡыҙым көт мине!
Юҡ. Туҡтарға ла, тыңларға ла теләмәй ҡыҙый. Урам ҡапҡаһын сығып, үҙҙәренең өй ҡапҡаһына килеп терәлде. Кескәй генә аҙымдар менән шул тиклем шәп елдергән бала артынан уфылдап саҡ килеп етте. Бая ғына йылмайған, көлгән бала аптыраулы ҡапҡа төбөн тетеп ҡарай.
-Әсәй! Әсәәәәй! Яңы ғына ошонда тора ине! Мин килгәнсе киткәәән, - тип ҡысҡырырып илап та ебәрҙе.
Ҡыҙҙың төштө өн менән бутауын саҡ аңланы. Иртәнге һалҡынға һыуыҡһыған тәнен һаҡ ҡына ҡосаҡлап, табандарына йәбешкән тупраҡтарын һыпырып өҫкә күтәрҙе. Һыңҡып илаған ҡыҙ Алһыуҙы ла илатты. Быҙау ҡыуып ҡайтып килгән түбән ос ҡатындары ла һүҙһеҙ ҙә аңлап хәлде илауға ҡушылдылар.
-Инәәй, әсәйем әле генә ошонда ине бит. Нишләп мине көтмәне икән?
Әллә урамға индеме? Әйҙә ҡарайыҡ?!
Күптән кеше аяғы баҫмаған урамды арыуыҡ эре үлән баҫҡан. Өйрөлтөп бар ишек алдын күрһәтеп сығыуҙан башҡа сара тапманы.
-Инәй, асҡысты ҡалдырайыҡ ошонда. Әсәй төнөн ҡайтһа инә алмай йөрөр, атай ҡайтһа ла...
-Ярай, ҡыҙым, ярай, ҡуйырмын ошонда асҡысты ла...
Ҡайтҡанда Рәмис уянып түбәгә текләп ята ине. Төштәге әсәйҙе эҙләп килгәнсе ҡаҙандағы эркет буйтым бүҫкәргәйне ҡайнап. Йәһәтләп бушатып алып, иртәнге сәйгә йылы ҡаймаҡ тотоп өйгә үтте Алһыу. Рәмистең күҙҙәре һаман түбәлә. Рәмзиә үҙенсә кейенеп маташып ултыра.
-Рәмис? Әллә ауырып киттеңме? Ҡаналэ башыңды.
-Юҡ,-шундуҡ һыртын ҡуйҙы малай.
-Атыу нишләп тик ятаһың?
-Тик. Уйлайым.
- Сер булмаһа ни хаҡында уйлай икән Рәмис егет?
- …
-Ярай, әйткең килмәгәс - әйтмә.
Һикереп тороп ултырҙы малай.
Ололарса етди төҫ алып
- Алһыу инәй! Әсәй менән атайҙы үлтереп беҙҙе үҙегеҙҙеке итеп ни файҙа инде һеҙгә?
- Рәмис, балам! Ни тигән һүҙең был?
Мин үлтергәнменме ни?
Эргәлә генә ыштанының артын алға кейеп, кире сисеп маташҡан Рәмзиә барлығын иҫләп тауышты баҫа бирҙе Алһыу.
-Атыу нишләп һеҙ беҙгә индегеҙ ҙә әсәй менән талаштығыҙ? Ошоға тиклем дә араҡы эсһәләр ҙә үлмәнеләр бит?! Именно һеҙ инеп сыҡҡан кисте улар үлделәр. Ә?
-Рәмис, балам. Һин әлегә аңламаҫһың да, балағынаһың бит әле. Мин үлтермәнем һинең әсәйеңде лә атайыңды ла... тсс, Рәмзиә ишетмәһен.
-Бала түгел мин...
-Ағыулы булған бит алған араҡылары. Шул ғына еткән баштарына.Ярай, етте!
Әйҙә сәй эсергә.
Өндәшмәҫ шым бала эсендә бына бит ниндәй уйҙар йәшеренгән. Алһыу -үлтереүсе тимәк улар өсөн.
Эй, бала...
… … …
Ҡәйнеш менән килен ҡалдырған тауҙай кредит бурыстарын ҡаплау өсөн өс йыл буйы себер яҡтарын тапаны Расих. Ниһайәт әҙерәк бурыстарҙан тын алып, үҙ өй -ҡурабыҙ тирәһенә лә ҡулы тейә башланы. Урам эсе баҡсаһына күптән алмағастар ултыртыу уйы менән яна инек, һуңғы вахта эшенән ҡайтыштай биш төп алмағас алып ҡайтты. Беҙҙең яҡтарға районлаштырылған тип маҡтағандар. Көҙҙөң әле иң матур сыуаҡ көндәре, ағас ултырта ғына торған мәл әле. Тотош ғаилә менән башҡарырға сыҡтылар Алһыуҙар был эште. Ҡаланан ялға Айһылыу ҡыҙҙары ла ҡайтҡан мәл . Ҡыҙҙар сөкөрләшеп соҡорға ташып һыу ҡойһа , ирҙәрсә таһыллыҡта көрәк тотоп ер ҡаҙыған Рәмис тә күңелле генә күренеп күңелде күтәрҙе бөгөн. Балаларҙың яйлап ҡына үҙҙәренә ныҡлап ылыға барыуҙарына айырыуса ҡыуанды Алһыу. Алты йәш менән барған Рәмзиә күбәләктәй осоноп тәтелдәй генә :
-Расих апа, ә был алмағастарға нисә йәш икән?
Яуап тапмай ҡаш йыйырған апаға ярҙамға сыҡмаға булды Алһыу :
-Улар һинән күпкә бәләкәйерәк әле.
Икенсе йыл һин мәктәпкә барасаҡһың. Ап -аҡ бантиктар тағып, ап- аҡ туфлиҙар кейеп. Өр яңы сумка ла алып бирербеҙ, алмағастар һиңә һоҡланып ҡарап торорҙар. Һин әлифбаны өйрәнеп бөтөүгә улар матур итеп сәскә атасаҡтар. Ә дүртте йә биште уҡый башлауыңа тәмле алмалары менән һөйөндөрөр әле.
Күҙ ҙә алмай йотлоғоп тыңлаған ҡыҙый барыһын да күҙ уңынан үткәреп, урынында һикереп сәпәкәйләп үк ҡуйҙы.
-Рәмис ағайым менән беҙ икәүләшәп етәкләшеп барабыҙ мәктәпкә. Ивет, Рәмис ағай?!
Башын баҫып алмалар төбөн тапаған Рәмис ауыҙ эсенән ниҙер мығырланы.
-Инәй, ә әсәйем ҡайтмаҫ микән мин мәктәпкә барыуға?
Атай ҙа ызванить итмәй...
Барыбыҙ ҙа шым ҡалдыҡ. Ошоғаса әллә ни телгә алмағас онотҡандыр тиһәк , бына тағын иҫләтте ҡыҙый яраны. Телгә бер һүҙ килмәй. Ни тиергә? Нисек йыуатырға? Һораулы ҡыҙ ҡарашы барыбыҙҙы ла урап сыҡты.
Шул саҡ , тотҡан көрәген ҡырын ғына ҡоймаға терәп Рәмис өйгә инеп китте. Һыу эсеп сығалыр тип уйланыҡ. Оҙаҡта торманы һин дә мин сығып , велсәпитен менеп урам буйына ашыҡты. Ҡайҙа бараң тип һорау урынһыҙ. Барыбер яуап бирмәҫе билгеле. Берәй барыр ере барҙыр тип уйланыҡ, йә Рәмзиәнең һүҙенә йәне көйгәндер ҙә шуға һыуынырға ситләштелер тинек эстән.
Мал -тыуар ҡайтып теүәлләп бөтөлдө. Буйтым ҡараңғы ла төшә башланы, ә Рәмис һаман юҡ. Эҙләргә сыҡтыҡ. Өләсәһенә лә инмәгән, класташтарына ла бармаған. Бет итеп эҙләйбеҙ, ә ул табылмай ҙа ҡуя...