

22 март сәғәт 17:00 тирәләрендә Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 14-се километрында (Урал-Тау тирәһе) 57 йәшлек водитель идара иткән "Chery Tiggo" автомобиле юлдан осоп төшә, ағасҡа бәрелә.
Водитель һәм уның 56 йәшлек хәләл ефете Белорет дауаханаһының травмотология бүлексәһенә илтеләләр.
-Әлеге ваҡытта бәләнең хәл-ваҡиғалары асыҡлана, юл шарттары ҡатмарлы булғанда, водителдәрҙән айырыуса уяулыҡ һәм тәртип талап ителә, - ти ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.