Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Март 2022, 09:45

Донецк Халыҡ Республикаһы төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе һорай

Донецк Халыҡ Республикаһына гуманитар ярҙам күрһәтеләсәк.

Донецк Халыҡ Республикаһы төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе һорайДонецк Халыҡ Республикаһы төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе һорай
Донецк Халыҡ Республикаһы төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе һорай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең иҡтисад бүлегенә Донецк Халыҡ Республикаһына төҙөлөш материалдары менән гуманитар ярҙам күрһәтергә ҡушты. 20 мартта Башҡортостан етәксеһенең Донбасҡа сәфәре барышында Донецк Халыҡ Республикаһы вәкилдәре унан ошо хаҡта һораны.

«Донецк Халыҡ Республикаһына аҙыҡ-түлектән тыш, төҙөлөш материалдары ла кәрәк. Емерек йорттар күп, оҙаҡламай ямғырҙар башланыр. Уларға шифер, профиль, пленка, фанера һәм башҡа ағас эшкәртеү продукттары кәрәк. Шунан ылауҙы оҙатырбыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа.

Республикалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Өфө менән Донецк туғандаш ҡалаларға әүерелде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-03-22/dnr-prosit-pomoch-so-stroymaterialami-radiy-habirov-2738263

Автор:Алия Даутова
Читайте нас