Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Март 2022, 09:40

Мина һалыныу ҡурҡынысы янай...

22 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропортына Өфө-Сочи рейсын башҡарған самолетҡа мина һалыныуы тураһында хәбәр килгән.

Мина һалыныу ҡурҡынысы янай...Мина һалыныу ҡурҡынысы янай...
Мина һалыныу ҡурҡынысы янай...

22 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропортына Өфө-Сочи рейсын башҡарған самолетҡа мина һалыныуы тураһында хәбәр килгән. Тәүҙә енәйәтсе хатты Сочи аэропортының электрон почтаһына ебәргән, һуңынан урындағы хеҙмәткәрҙәр Өфөләге коллегаларын иҫкәрткән. Билдәләнеүенсә, был ялған хәбәр булып сыҡҡан, самолет Сочи аэропортына имен-аман ултырған.

«Һуңғы ваҡытта граждандар авиацияһы эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған һәр төрлө янауҙар менән хәбәрҙәр йышайҙы. Шуға күрә «Өфө» халыҡ-ара аэропортында транспорт һәм авиация хәүефһеҙлеге саралары көсәйтелде. Транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән барлыҡ техник сараларҙың эшкә һәләтлелеге тикшерелде һәм раҫланды», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-23/ufimskiy-aeroport-usilil-mery-bezopasnosti-iz-za-uchastivshihsya-ugroz-o-minirovanii-2740066

Автор:Алия Даутова
Читайте нас