Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Март 2022, 09:55

Сергей Безруков - Учалыла!

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына танылған актер Сергей Безруков кино төшөрөргә килде.

Сергей Безруков - Учалыла!Сергей Безруков - Учалыла!
Сергей Безруков - Учалыла!

"Йәштәр" карьерында кино эпизодын төшөрәләр

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған "Йәштәр" карьерына танылған актер Сергей Безруков кино төшөрөргә килде. Төркөм "Манекенщицаның үлеме. Майор Бессоновтың һуңғы эше" тип исемләнгән күп сериялы детектив сериал өсөн эпизод төшөрөргә килгәндәр икән. Төп ролде Сергей Безруков уйнай. Киноға эпизодты ике көн дауамында Йәштәр, Көнбайыш-Күл һәм Учалы карьерҙарында төшөрҙөләр.  Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигында эшләүсе 27 хеҙмәткәренә лә киноға төшөү бәхете тейҙе, улар массовкала ҡатнашты.  Бынан тыш, шахтерҙар актер менән яҡындан аралашып, автографтар алып, бергә фото төшөп һөйөндө. Безруковтың Учалыға иклеүе үҙенә күрә бер иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды. Әйткәндәй, "Йәштәр" карьеры Силәбе өлкәһендәге Межозерный ҡасабаһында урынлашҡан. Ҡасаба ҡалаға яҡын ғына булғас, шахтала учалылар күп эшләй.

 

  

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас