Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Март 2022, 05:43

Бесәнлектән йығылған, имеш

Берҙе эсәкән өсөн тотолған да була инде

Бесәнлектән йығылған, имешБесәнлектән йығылған, имеш
Бесәнлектән йығылған, имеш

23 март сәғәт 18:10  тирәләрендә   Поляковка-Вознесенка  автоюлының 3-сө километрында ВАЗ автомобиле  шәп ҡыуып юлдан осоп төшә лә, түңкәрелә.

Руль артында ултырыусы 1982 йылғы яҡташыбыҙ   эскән килеш транспорт менән идара иткән өсөн яңыраҡ  водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған, әммә суд ҡарары законлы көсөнә инеп өлгөрмәгән, ти. Әле лә анализ хәмер эскәнлеген күрһәтә.

Пассажир булып ултырған 1985 йылғы  Вознесенка ауылы кешеһе иңбашы һынып дауаханаға килтерелә, әммә  юл-транспорт ваҡиғаһына ҡалманым, бесәнлектән йығылып төшөп имгәндем, тип раҫлай, ти. Күрәһең, ошо рәүештә иптәшенең ғәйебен кәметеп маташа. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына күрәләтә ялған әйткән өсөн яуаплылыҡ тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк!

-Ни генә булмаһын, бер осраҡта ла эскән килеш руль артына ултырмағыҙ! – ти ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас