Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
25 Марта 2022, 03:44

...Һеҙ - халҡымдың ғорурлығы -мәҙәни хеҙмәткәрҙәр!

Бөгөн - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Сайтыбыҙҙа - шағир ҡотлауы. Изге теләктәргә ихлас ҡушылабыҙ!

...Һеҙ - халҡымдың ғорурлығы -мәҙәни хеҙмәткәрҙәр!...Һеҙ - халҡымдың ғорурлығы -мәҙәни хеҙмәткәрҙәр!
...Һеҙ - халҡымдың ғорурлығы -мәҙәни хеҙмәткәрҙәр!

Байрамығыҙ ҡотло булһын, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! 🌺🌷🌺

Гөрләһен мәҙәниәт!

Дуҫтар, бергә йыйналығыҙ,
Был - матур, изге ниәт.
Йыр - моңдар торһон ағылып,
Гөрләһен мәҙәниәт!
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылаһын
Нурлы мәҙәни усаҡ.
Һеҙҙе күреп, эй, ҡыуанам,
Шатлыҡтарым - бер ҡосаҡ!
Йыр - моңдарҙы юғалтмайыҡ,
Үсешһен рухи мираҫ.
Матбуғатты күтәрәйек, -
Йыл һайын артһын тираж!
Туған телгә йәшерелгән
Күпме хазина, серҙәр.
Ошо мәҙәни мираҫты
Һаҡлайыҡ хеҙмәткәрҙәр!
Һеҙгә ҡарап һоҡланамын,
Дуҫтар, ҡаламын хайран.
Ҡотло булһын, матур үтһен,
Һеҙҙең һөнәри байрам!
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡ
Ҡот, бәрәкәт, уңыштар.
Һаулыҡ, иман бирһен, Хоҙай,
Сорнаһын ҡыуаныстар!
Һеҙҙән - беҙгә килеп торһон
Матур, изге хәбәрҙәр.
...Һеҙ - халҡымдың ғорурлығы
Мәҙәни хеҙмәткәрҙәр!

  Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас