Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
25 Март 2022, 08:33

Хәйерҙең була төрлөһө

Фани донъябыҙ күҙ асып йомғансы үтә лә китә торған, әҙәм балаһы ошо һынауҙы лайыҡлы үтә аламы-юҡмы, тик үҙенән ҡала. Иманым камил мәңгелек үкенестә ҡалмаҫ өсөн , һәр кемебеҙгә тап әле, фәҡәт ошо юлдарҙы уҡыған сәғәттә иртә лә түгел, Һуң да түгел, иманға килергә иң ҡулай ваҡыт!

Хәйерҙең була төрлөһөХәйерҙең була төрлөһө
Хәйерҙең була төрлөһө

Зәйнулла ишан мәсетенең имамы Риф хәҙрәт Мөхәмәтов менән әңгәмәләрҙе дауам итәбеҙ.
-Хәҙрәт, күптәрҙе борсоған бер һорауға яуап бирегеҙ әле. Бәғзе кешеләр, “Хәйерҙе күпме теләйем, кемгә теләйем, шуға бирәм, ниңә муллалар билдәләнгән сумма тураһында һүҙ сығара?” – тип тә асыулана.
-Беренсенән, бер хәйер ҙә (икенсе исеме хәйер – саҙаҡа) асыуланып бирелергә тейеш түгел, саф күңелдән түгел икән, бары ҡабул булмаясаҡ. Аллаһы Тәғәлә бер кемебеҙҙең дә мал-мөлкәтенә мохтаж түгел. Икенсенән, эйе, ҡәҙимге хәйер- саҙаҡаның ваҡыты һәм күләме конкрет рәүештә билдәләнмәй. Өсөнсөнән, саҙаҡа һәм зәкәттәрҙең (һәр бай мосолман мотлаҡ түләргә тейеш саҙаҡа зәкәт тип атала) төрҙәре айырылыуын аныҡ күҙ алдында тотор кәрәк. Бына, яҡынлашып ҡилгән Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһы ҡаралған. Изге айҙың беренсе көнөнән Ураҙа байрамы намаҙына тиклем фәҡирҙәргә, меҫкендәргә бирергә тейеш вәжиб саҙаҡа. Фытыр саҙаҡаһы ураҙа айында ебәрелгән хата-яҙыҡтарҙы ярлыҡатыу , шулай уҡ ярлы-ябағаны Ураҙа байрамында башҡалар менән тигеҙ байрам иттереү маҡсаты менән башҡарыла. Ризыҡлата, заманса әйткәндә “натура менән” биреү хәйерле, урындағы халыҡ ҡулланған аҙыҡ төрө һайлана (бойҙай, ҡарабойҙай, дөгө, хөрмә, финик, эремсек, йөҙөм һәм башҡа). Ә бына күләме теүәл билдәләнгән – 1 сағ, йәғни ике ус менән дүрт тапҡыр һалынған ризыҡ. Был иһә яҡынса 2-3 килограмға бәрәбәр. Ошо ризыҡты һәр кем үҙе лә аҡсалата күпме икәнлеген төҫмөрләй һәм тарата ала. Быйыл, инфляция сәбәпле күпме булырҙыр, былтыр иһә БР Диниә назараты яҡынса төҫмөрләүгә булышлыҡ өсөн фытыр саҙаҡаһының иң аҙ күләмен – 100, хәлле кешеләр өсөн 700 һум итеп иҫәпләп сығарғайны. Ҡабатлап әйтәм, был ниндәйҙер “такса” түгел, мосолмандарға элекке ауырлыҡ системаһы һәм әлеге аҡса курстарында буталмаҫ өсөн кәңәш кенә! Фытыр саҙаҡаһын ғәҙәттә ғаилә башлығы бар ғаилә ағзалары исеменән дә бирә.
-Ә Рамаҙан айында бирелгән фидиә саҙаҡаһы нимә була?
-Быныһы, аңлауымса, ябай саҙаҡа түгел, ә зәкәттең бер төрө – берәй сәбәп менән ураҙа тота алмаған һәр хаҡ мосолманға түләү мотлаҡ шарт.
Рамаҙан айында мосолман алты сәбәп менән ураҙа тотмауы мөмкин:
-сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә, йәғни ҡаза ҡыла;
-алыҫ сәфәрҙә булыу. Әгәр кеше транспортта йөрөп, яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән — ураҙаны боҙорға сәбәп юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында кеше йыраҡ юлға сыҡҡанда ураҙа тотоуы ауыр була икән, ураҙаһын ҡалдырып тора ала һәм Рамаҙан айы үткәс көнөнә-көн тотоп ҡуя — ҡаза ҡыла;
-мосолман ҡатын йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, һөтө бөтөүе ихтимал булғанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бының өсөн фиҙиә түләнмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуя;
-ҡартлығы арҡаһында ураҙа тота алмаған кеше фиҙиә саҙаҡаһы түләй, ураҙаһын ҡаза ҡылмай;
-үлем сигенә етеп сарсау йәки асығыу арҡаһында ураҙаһын өҙөргә мәжбүр булыу. Был осраҡта һыуһынды йә асығыуҙы баҫырлыҡ ҡына ашап алырға ла, башҡаса ашамаҫҡа. Был көн өсөн фиҙиә түләнмәй, башҡа ваҡытта көнөнә-көн ураҙа тотоп ҡаза ҡылына;
-ныҡ ауыр эш арҡаһында ашарға кәрәк булыу. Фиҙиә түләнмәй, аҙағынан көнөнә-көн ҡаза ҡылына.]
Әгәр кеше үтмәй торған дауамлы ауырыу икән йә башҡа етди сәбәп буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе фытыр- саҙаҡаһы һәм зәкәттүләнә торған кеше рәтенә керә.
Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була. Бер көн ураҙа ҡалдырған өсөн фиҙиә саҙаҡаһы бер ас кешене туҡландырыу өсөн талап ителгән аҡса күләме менән билдәләнә. Былтыр БР Диниә назараты фытыр саҙаҡаһының иң аҙ күләмен 200 һум итеп билдәләгәйне, ай буйына икән - 6 мең һум килеп сыға.
-Бынан тыш мал-мөлкәттән бирелгән зәкәт тә бар шикелле?
-Эйе, зәкәт — йылына бер тапҡыр етерлек байлығы булған һәр мөьмин- мосолман тарафынан мохтаждар файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш. Мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Байтаҡ мосолмандар зәкәтте лә тап Рамаҙан айында түләргә ынтыла.
Йыл әйләнәһенә нисәб, йәғни, көндәлек сығымдарҙан тыш байлыҡ хаҡы 85 грамм алтын хаҡына (былтыр -360 мең

һум) етә икән, ҡырҡтан бер өлөшө, йәғни 2,5 процентын зәкәт итеп түләү тейешле.

-Мәсет аша түләнә икән, фытыр, фиҙиә саҙаҡаларын ниндәй маҡсатта тотоу муллалар ҡармағындамы? Был аҡсаға ғибәҙәтханаға ремонт яһатырға мөмкинме?
-Юҡ. Фытыр зәкәт  бирергә мөмкин булған 8 төр төркөм аныҡ билдәләнгән: хәйерселәр— бер мөлкәте лә булмаған, мохтаж кешеләр; мөлкәтһеҙҙәр — был төркәм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда саҡ ҡына яҡшыраҡ; имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кешеләр; дин юлында дәғүәт (эшмәкәрлек) алып барған, дингә мөхәббәт уятырға тырышҡан кешеләр; ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусылар; бурыстан сыға алмаусылар; йыһатта (Аллаһ ҡушҡанды үтәп, мәҫәлән Ватан өсөн) һуғыш алып барғандар; мосафирҙар.
-Тимәк, дин өлкәһендә лә “бюджет дисциплинаһы”, “маҡсатҡа ярашлы финанслау” кеүегерәк төшөнсәләр бар инде?
-Һис шикһеҙ. Тик бер генә, әммә үтә етди айырма – төшкән аҡса маҡсатҡа ярашлы тотолмай икән, закон, ревизорҙар алдында ғына түгел, Аллаһы Тәғәләнең алдында яуап тоторға тура киләсәген һәр дин әһеле бик яҡшы аңлай. Адвокат яллап ҡына ҡотолоп булмаясаҡ.... Әйткәндәй, һәр мосолман үҙ выжданы менән үҙе лә аңлашырға тейеш. Әйтәйек, фытыр саҙаҡаһын бурысҡа батҡан кешеләргә лә бирергә мөмкин, тигәнгә таянып, барыбыҙ ҙа ипотека, автокредит түләй һылтауы менән бер-беребеҙгә аҡса тотторорға керешһәк, хәйер ҡабул булмаясағы көн кеүек асыҡ, әстәғәфируллаһ!
-Ремонт тураһында осраҡлы һораманыҡ. Зәйнулла ишан мәсетендә ремонт бара тип ишеткәйнек. Аҡса еткереп буламы һуң?
-Мәсетебеҙ 2009 йыл сафҡа ингәйне, 2010 йылдан алып төҙөкләндерелгәне булманы. Былтыр көҙ мәсеткә ирле-ҡатынлы мосолмандар килгәйне. “Ремонт яһарға кәрәктер”, - тип 20 мең һум хәйер ҡалдырып китәләр. Ошо теләктәре үҙенән-үҙе тигәндәй ғәмәлгә аша башланы. Изге ниәт бик ҙур әһәмиәткә эйә шул! Башҡа аҡса ла килә башланы (бер мөслимә ғаиләһенән 300 мең һум һалды), төп эштәрҙе үҙебеҙҙең мәсеткә намаҙға йөрөгән мосолмандар бушлай йә исем өсөн генә түләү алып башҡара, эшҡыуарҙар материалдарҙы ла етди ташлама менән бирәләр. Күмәкләгән тырышлыҡ менән стена-түшәмдәр буялды, аҡланды, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар залдарында иҙәндә балаҫтар яңыртылды, аш-һыу бүлмәһе төҙөкләндерелде һәм башҡа күп эштәр башҡарылды. Ошо көндәрҙә бер мосолман тауыш көсәйтеүсе ҡоролмалар ҡуйҙы, хаҡы күпме икәнлеген әйтеп тә торманы беҙгә. Ярар, уныһын Аллаһы Тәғәлә үҙе күрә һәм белә, ә халыҡ өсөн үтә уңайлы булып ҡалды: имамға вәғәз һөйләгәндә көсәнеп тауыш күтәреү, ситтәрәк торған тыңлаусыларға көсәнеп тыңлау талап ителмәй хәҙер, әлһәмдүлилләһ! Ремонт күпмелер ваҡыт барасаҡ әле, әммә Рамаҙан айында туҡтатып торасаҡбыҙ. Мәсетебеҙ тағын да нығыраҡ күркәмләнде һәм нурланды,
Аллаһ рәсүле Мөхәммәт (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) юҡҡа ғына әйтмәгән бит: «Таҙалыҡ – ул имандың яртыһы”. Үрҙә әйтелгәнгә кире әйләнһәк, мәсетте төҙөкләндереүгә бер тин дә фытыр һәм фиҙиә саҙаҡалары йүнәлтелмәй. Кем дә кем булышлыҡ итергә теләй икән, ошоға тәғәйенләп хәйер-саҙаҡа бирә ала. "Мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы Тәғәлә ожмахта йорт әҙерләй", - тип әйтелә бит бер хәҙистә.
-Рамаҙан айында мәсеттә ниндәй ғибәҙәттәр ҡылынасаҡ?
-Рамаҙан айының һәр көнөндә, биш тапҡыр фарыз намаҙҙан тыш, йәстү намаҙынан һуң һәр төн егерме рәҡәғәткә тиклем тәрәүих намаҙы уҡыла. Был намаҙ Рамаҙан айы көндәрендә генә ҡылына. Уны йәмәғәт менән уҡыу хәйерле һанала. Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәбиғи,ауыҙ асҡанда ифтар мәжлестәре үткәрелә. Мәсет үҙәкләштерелгән рәүештә ауыҙ асыу мәжлесен ойоштормай, әммә табын ҡорорға теләүселәр гелән байтаҡ . Төнө буйы мәсеттә ғибәҙәт ҡылыусылар ҙа була. Элгәре йылдары Төркиәнән хафиздар – Ҡөрьән-Кәримде яттан белеп һөйләүселәр изге айҙа килерҙәр ине, хәҙер был йәһәттә ҡатмарлыраҡ. Шулай ҙа Өфөнән бер хафиз менән килештек, Аллаһ Тәғәлә бойорһа, килер. Пандемия ғына изге ғибәҙәттәребеҙгә ҡамасаулмаһын инде! Юғиһә, 2020 йыл, коронавирус ҡоторған мәлдә, Рамаҙан айында ифтар һәм тәрәүих намаҙы бөтөнләй үткәрелмәне, былтыр ҙа кеше һанын сикләргә тура килгәйне, быйыл иһә, шартына тулыһынса килтереп изге айҙы үткәрергә өмөт бар, иншааллаһ!
-Кемдәр ураҙа тотмаһа ла мөмкин икәнлеген әйттегеҙ. Әммә аныҡларға ине, мәҫәлән, һаулыҡ ирек биреү-бирмәүҙе нисек билдәләргә мөмкин һуң?
-

Исламда көсләү юҡ, һәр кем ҡарарҙы үҙаллы ҡабул итә, ҡылмыштары өсөн яза йә әжерҙе лә үҙе аласаҡ.... Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз (мотлаҡ булған) биш ғәмәлдең өсөнсөһө, шуға күрә әһәмиәтен аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Был йәһәттә пәйгәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйткән бер хәҙисте килтереү ҙә етер: “«Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”-ти”. Ғалимдарыбыҙ әйтеүенсә, мосолмандар ҡылған бар ғибәҙәттәр – уларҙың үҙҙәре өсөн . ә бына ураҙа –кеше һәм Раббыһы араһында йәшерен ғәмәл, уның был ғибәҙәтен Аллаһтан башҡа һис кем белмәй, шуғала Аллаһ Тәғәлә Үҙем бүләкләйәсәкмен тип вәғәҙә бирә.

Һаулыҡ торошона килгәндә, хроник сирлеләргә табип менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ. Тик шуны ла онотмағыҙ – фәҡәт ураҙа тотоу арҡаһында быға тиклем йонсоған сирҙәренән ҡотолғандар ҙа юҡ түгел, Ә эш ауыр булыуға һылтана башлаһалар, йәйге селләлә лә бесән сабып, бер уртлам һыу эсмәй ураҙа тотҡан хаҡ мосолмандар иҫкә килә.... Ихлас күңелдән ниәт итһәң, Аллаһы Тәғәлә бөтә һынауҙарҙы ла үтергә ярҙам итә ул.
-Тимәк, хәлдәренән килерҙәй булған олоһон да, йәшен дә ураҙа тоторға саҡыраһығыҙ инде?
-Һис шикһеҙ. Бер күҙәтеүем менән уртаҡлашайым әле. Ҡайһы бер йәшерәк кешеләргә иман тураһында һөйләй башлаһаң, “Эштән, ғаиләнән, донъя мәшәҡәттәренән бер ҙә бушап булмай. Былай ҙа әллә ни ауыр ғонаһтар ҡылмай йәшәйем, пенсияға сыҡҡас намаҙға баҫып, ураҙаһын тотоп өлгөрөмөн әле”, - тиҙәр. Ә оло кешеләрҙән:” Доға ятларға хәтерем ҡалманы, сәждә ҡылырға быуындарым һыҙлай, ураҙа тоторға һаулығым юҡ, дин ҡайғыртырға мөмкинлегем ҡалманы”, - тип бәлә һалыуҙар ишетелгеләй. Бына шулай, фани донъябыҙ күҙ асып йомғансы үтә лә китә торған, әҙәм балаһы ошо һынауҙы лайыҡлы үтә аламы-юҡмы, тик үҙенән ҡала. Иманым камил мәңгелек үкенестә ҡалмаҫ өсөн , һәр кемебеҙгә тап әле, фәҡәт ошо юлдарҙы уҡыған сәғәттә иртә лә түгел, Һуң да түгел, иманға килергә иң ҡулай ваҡыт!

Фото "Ислам в Учалах" төркөмөнән - https://vk.com/dumrb_uchaly"

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас