

Донецк ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин эшлекле осрашыу уҙғарҙылар. Уның йомғаҡтары буйынса республикабыҙ менән ДНР араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында берлектәге коммюникеға ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ғилми-техник хеҙмәттәшлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып тора. Осрашыуҙа БР Премьер-министры Андрей Назаров һәм Донецк ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Кулемзин Өфө менән Донецк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Өфө менән Донецк туғандаш ҡалаларға әүерелде.
Көнбайыш менән ыҙғыш ҡупҡас, байтаҡ “сәхнә йондоҙҙары” өймәкләшеп сит илдәргә ҡасыуҙы хуп күрҙе. Социологик тикшереүҙәр раҫлауынса, 58 процент ватандаштарыбыҙ быны һатлыҡйәнлек тип баһалай, ти. Өс балаһы менән Латвияға эмиграциялаған Чулпан Хаматова, исмаһам, илдең сәйәсәте менән ризаһыҙлығы тураһында әйтергә ҡурҡмай. Ә бына Алла Пугачева, Максим Галкин, Иван Ургант, Геннадий Хазанов, Ксения Собчак ишеләр дауаланырға йә ял итергә генә сыҡтыҡ, тип ҡойроҡ болғайҙар. Аҡсалары етерлек инде, ашығыс Америкаға юлланған Валерий Леонтьев Маями ҡалаһында бер түгел, ике вилла тота тиҙәр (ҡатыны исемендә), яхтаһы ла, Испанияла тағы бер виллаһы бар. Ярар, улар, исмаһам, байлыҡтарын “прихватизировать” итеп түгел, йырлап-бейеп, тамашасы күңелен күреп йыйғандар. Мал да ашаған еренә ҡайта ул, улар бит үҙ илендә солтан булырға күнекһә, сит ерҙә олтан булып ҡалалар – сит ил тамашасыларына һуҡыр тингә лә кәрәктәре юҡ. Ә бына Рәсәйҙән күпме байлыҡ һурып, даими сит илдәрҙә йәшәгән олигархтар, счеттарымды “туңдырҙылар”, ялсыларға түләрлек тә аҡса ҡалдырманылар, яхтамды, һарайымды тартып алдылар, тип бәлә һалһалар, үсәп ҡуйыла. Бирән һыйырҙың да ҡасандыр тамағына тора ул...
Бишенсе йыл рәттән донъяла иң бәхетле ил Финляндия тип таныла. Исемлектең иң аҙағында Афғанстан менән Ливан. 2021 йыл шулай баһалана, хәрби операция башланғанға тиклем. Ул дәүерҙә Рәсәй – 80-се, Украина 98-се урынды биләгәндәр (рейтингта барлығы 146 ил). Был индексты билдәләү өсөн һәр ил граждандарынан, һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле тояһығыҙмы, тип һорау алына, шулай уҡ дәүләттәге иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр иғтибарға алына. Тикшереүселәр шуны ла билдәләй- пандемия һөҙөмтәһендә кешеләрҙә төрлө сәбәпле нәфрәт тойғолары ҡубыу кәмегән, ә бына хафаланыу арта бара икән.
Беҙ эскән сәйҙең 1 проценты ғына үҙебеҙҙеке. Ҡалғаны Шри-Ланка, Һиндостан, Кения, Ҡытайҙан килтерелә. Шөкөр, береһе лә санкция тураһында уйлап та ҡуймай, әммә валюта курсы үҙгәреү, юл хаҡы артыу һәм логистика ҡатмарланыуы арҡаһында ҡиммәтләнеүе лә бар, ти эксперттар. Ә етеүен етәсәк, өҙөклөктәр бөтөнләй көтөлмәй, тип тынысландырҙылар.
Аңлашыла, Гагарин ис. космонавтар әҙерләү үҙәгенә һыналған кешеләрҙе генә эшкә алалар. Был үҙәктә законһыҙ ҡорал яһауға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында хәбәр һағайтты. Башҡорттарҙың “Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын” мәҡәле иҫкә төшәрә. Орбиталь станция тренажерҙары комплексын көйләү менән шөғөлләнгән 36 йәшлек инженерҙан һөйгән ҡыҙы ҙур сумма аҡса бурысҡа алған була. Үҙенеке етмәгәс, инженер атаһының ( шул уҡ үҙәктең түшәктә ятған абруйлы пенсионеры) йыйғанын тоттора. Ҡыҙ ни, хәжәтте ҡайтарыу өсөн килешелгән ваҡыт еткәс, алдашырға тотона – йәнәһе лә, кемдер бар аҡсаһын урлаған. Шуның менән генә бөтөр, тип көткәндер инде. Тик инженерҙың, һөйгәненең яһалма күҙ йәштәрен күргәс, асыуы ҡуба, ҡорал бар, мин уларҙың (уйлап сығарылған золомсоларҙың) кәрген бирәсәкмен, тип ярһый. Ҡыҙ, эштең олоға киткәнен абайлап, был хаҡта полицияға хәбәр итә. Тегеләре инженерҙың кабинетында тентеү үткәреп, рәсми тел менән әйткәндә “....кеше үлтерергә һәләтле ҡулдан яһалған ҡоролма” таба, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ни менән тамамланыр инде.
Красноярск крайында 13 йәшлек ҡыҙыҡай 2 йәшлек баланы һатыуы тураһында интернетта иғлан урынлаштыра. Хоҡуҡ һаҡлау органдары йәһәт асыҡлай, баҡһаң, 24 йәшлек апаһының өс балаһын ҡарашып ялҡҡан үҫмер береһенән ошо рәүештә ҡотолмаҡсы булған. Опека органдары был ғаиләләге хәлдәрҙе ентекләп тикшерә башлаған. Ни генә тимә, ғаиләһенә кәрәкмәгән осраҡта ла, дәүләт өсөн бер генә лә артыҡ бала юҡ.
Испан ғалимы Карл Авельянеда 3,5 миллион кеше буйынса мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереп, һығымта яһай: йорто янында ағас-ҡыуаҡ үҫкән кешеләрҙе инсульт һуғыу ҡурҡынысы 16 процентҡа түбәнерәк. Быны рациональ күҙлектән сығып аңлаталар – япраҡтар саң-туҙанды, һауалағы ҡаты ҡалдыҡтарҙы тота. Беҙҙең ҡарашҡа, йәшеллек кәйефте күтәреүе лә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Учалыбыҙҙың йәшеллеккә күмелеүенең ҡәҙерен белегеҙ.
Төнгө йоҡо ваҡытында мотлаҡ ҡараңғы булырға тейеш икән. Америка ғалимдары ирекмәндәр өҫтөндә эксперимент үткәрҙе – йоҡлаған кешегә саҡ ҡына яҡтылыҡ төшә икән ( тәҙрәнән, телевизорҙан, яҡтыртҡыстарҙан), кешенең йөргәге һәм нервы системаһы тейешенсә ял итә алмай, һөҙөмтәлә ҡан-тамыр системаһы ҡаҡшай, ҡанда заралы шәкәр миҡдары күтәрелә.