

Науруҙ байрамы - мөбәрәк булһын! Ҡояш календары буйынса 21 март-яңы йыл башланған көн, йәғни көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта кешеләргә бәхет теләгеҙ, ике ҡулығыҙҙы биреп күрешегеҙ. Бер-берегеҙгә яғымлы булығыҙ. Шул ваҡытта күрмәҫ күҙҙәр күрә башлар, телһеҙҙәрҙең теле асылыр, тәнегеҙгә - таҙалыҡ, күңелегеҙгә - изгелек хисе тулыр! Науруҙ байрамында - ҡыҙыҡлы уйындар уйнағандан һуң тәмле бутҡа ашаныҡ.Изге теләктәр теләп, ашҡа фатихә биргәндән һуң мәҡәл, йомаҡтар әйтештек ! Байрам бик күңелле үтте ! Сәйгә күстәнәстәр килтереүсе Нурия Буранғоловаға, Хәлимә Рафиҡоваға, Альбина Шәмиғоловаға рәхмәт. Айырыуса рәхмәт аш-һыу әҙерләүсе - Сәриә Динова менән Альбина Динисламоваға! Эшләгән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә - изгелек булып ҡайтһын!
Гүзәлиә Динмөхәмәтова, Рәсүл ауылы