Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
31 Марта 2022, 09:40

Файҙаға булһын кәңәштәр

Был кәңәштәр һеҙгә ярҙам итһен, тигән теләктәбеҙ.

Файҙаға булһын кәңәштәрФайҙаға булһын кәңәштәр
Файҙаға булһын кәңәштәр

Хужабикәләргә ярҙамға

Һәр бер хуҗабикәнең үҙенең ҡамыр ҡуйыу рецебы, үҙ сере бар. Был тапҡырҙа гәзит уҡыусыларыбыҙға пирогтар өсөн күпереп торған, йомшаҡ ҡамыр рецепттары тәҡдим итәбеҙ.

Ҡамыр ҡуйыр өсөн бер стакан кефир, ярты стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тулыр-тулмаҫ тоҙ, бер бәләкәй ҡап сүпрә алына. Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫҡас, ярты сәғәт ҡабартып алабыҙ ҙа, пирогтар яһай башлайбыҙ.

Пирогты духовкала һүрән генә утта 1 сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Был ҡамырҙың сере шунда: барлыҡ ингредиенттар ҙа йылы булырға тейеш. Шуға ла ҡамыр өсөн бар ҡатнашмаларҙы газ плитәһендә әкрен генә йылытып алырға кәрәк. Был ҡамырҙан төрле пирогтар бешерергә була. Хатта ит бәлешенә лә бер семтем генә шәкәр менән сүпрә ҡушып яһарға мөмкин. Бәлеш ҡамыры иҫ киткес йомшаҡ килеп сыға. Бешереп ҡарағыҙ әле, ысынлап та, бик тәмле. Ҡамыры ла ауыҙҙа иреп тора.

****

Ҙурыраҡ һауытҡа 1 бокал йылы һөт һалабыҙ (бокал 200-220 мл самаһы), 250 г магазин ҡаймағы өҫтәйбеҙ (15 процент майлылыҡта). Магазин ҡаймағы булмаһа, һөттө ике бокал итеп алырға мөмкин. 1 йомортҡа һытабыҙ (сөсө ҡамыр күп йомортҡа яратмай), 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо ҡушыла. Ондо иләйбеҙ. Ондо әҙ-әҙләп кенә, тура ҡамыр баҫа торған һауытҡа иләйбеҙ. Ондо һалып, болғата башлағансы, ошо он өҫтөнә ике семтем генә сәй содаһы һибәбеҙ.

Һуңынан барыһын да бергә ҡалаҡ менән туғыйбыҙ. Ондо гел өҫтәй барабыҙ. Ҡалаҡ менән болғатыуы ҡыйынлашҡас, ҡамырға 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы һалып (ҡаймаҡ урынына һөт һалһағыҙ, май саҡ ҡына күберәк кәрәк була), әҙләп-әҙләп кенә он ҡуша барып, ҡамырҙы ҡул менән баҫып ҡуябыҙ. Ул һауыт төбөнә лә, ҡулға ла йәбешмәй башлай. Ҡулға йәбешкән ҡамырҙарҙы ҡалаҡ менән ҡырып төшөрәбеҙ ҙә, ҡамырҙы таҡтаға бушатып, бер аҙ таҡтала баҫабыҙ.

Сөсө ҡамыр оҙағыраҡ баҫҡанды ярата. Аҙ ғына ҡатыраҡ булған кеүек тойолһа ла, ҡурҡыныс түгел, сөнки хәҙерге ондарҙың елемсәһе юҡ, бер аҙ торғас, ул барыбер йомшара. Яҡшылап баҫҡандан һуң, ҡамырҙы кәмендә 15 минутҡа (оҙағыраҡ та ярай) ситкә алып ҡуябыҙ. Өҫтө кипмәһен өсөн ҡалыныраҡ таҫтамал менән ҡапларға мөмкин.

Организмды таҙартыу ысулдары

Үләндәрҙең файҙаһын белеүсе Зәүхиә Низамиеваның кәңәштәренән.

Әрем йәки уның төнәтмәһе паразиттарға ҡаршы бик көслө сара. Теләгән кеше көн үҙәгендә үҙе теләгән ваҡытта эсә ала. Ярты стакан ҡайнар һыуға бер-ике семтем әрем алына, 15 минут төнәтәһең, һөҙәһең дә эсәһең. Бигерәк тә йоҡлар алдынан бер 30 минут ҡала эсһәң, файҙаһы ҙур. Был сама бер кемгә лә зыян һалмай, төнө буйы эсегеҙҙә бер ниндәй ҙә сир үҫә алмай. Ҡытай ғалимы әремдең 93 процент рак күҙәнәктәрен үлтереп торорлоҡ көсө барлығын иҫбат иткән. Был бит ғәләмәт ҙур һан! Ниндәй мөғжизәне Аллаһы Тәғәлә аҙым һайын юлыбыҙға сығара, аптырағас әллә ҡайҙарға таралып торорлоҡ еҫе менән дә беҙҙе саҡыра. Балаларға ла әҙерәк эсерергә мөмкин. Хатта аҙлап эсерә-эсерә аллергияны ла еңеүселәр бар. Тимәк, аллергия ла бактериялар сығарған сир. Һәр кем үҙенең самаһын үҙе билдәләй, үҙебеҙгә зыян һалмаҫлыҡ саманы табырға кәрәк. Ашар алдынан эсергә кәңәш ителә. Тәмле ашарға өйрәнгән кешеләрҙең организмы бик ныҡ бунт ойошторорға мөмкин, ләкин аңды эшкә егергә кәрәк.

Ромашка сәскәләре төнәтмәһе

Ул төнәтмәне сәй урыныа эсһәң дә була. Тәүҙә генә һин сәйенә өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалып эскәндәргә ул тәмһеҙ күренер, ләкин ул биргән энергияны һеҙ күп тә үтмәй һиҙә башлаясаҡһығыҙ. Ә ромашканың беҙҙең эске органдарға ниндәй санитар булғанын белеү мотлаҡ. 1 сәй ҡалағы кипкән ромашка сәскәләрен бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтәбеҙ һәм 15 минуттан һөҙөп эсәбеҙ.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото - яндекс.дзен

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас