Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Март 2022, 05:35

Күңелебеҙ киң, әммә төбәгебеҙ резин түгел!

Бер ауылыбыҙ кешеһе үҙенең янғында  зыянланған, хатта, ҡыйыҡы ла булмаған йортона Үзбәкстандан килгән ҡатынды теркәтеүе мәғлүм булды.

Күңелебеҙ киң, әммә төбәгебеҙ резин түгел!Күңелебеҙ киң, әммә төбәгебеҙ резин түгел!
Күңелебеҙ киң, әммә төбәгебеҙ резин түгел!

Районыбыҙҙа “Резин фатир” тип аталған  оператив-профилактик операцияһының 1-се этабы  үтте. Маҡсаты – миграция ҡануниәте тәңгәлендә закон боҙоу осраҡтарын асыҡлау.

Һөҙөмтәләре тураһында  БР буйынса эске эштәр министрлығының Учалы  бүлегенең  миграция буйынса бүлексәһе начальнигы Радик Юнысов бәйән итте:

-Районыбыҙҙа йәшәгән, миграция иҫәбенә алынған сит ил граждандары тикшерелде. Рейдтар үткәргәндә  фиктив (ялған) пропискаға тороу осрағы асыҡланды. Бер ауылыбыҙ кешеһе үҙенең янғында  зыянланған, хатта, ҡыйыҡы ла булмаған йортона Үзбәкстандан килгән ҡатынды теркәтеүе мәғлүм булды. Сит ил ҡунағы был торлаҡта бер сәғәт тә  тормай, икенсе ултыраҡта йәшәй, әммә МФЦ аша тап был адрес буйынса  ваҡытлыса прописка юллай. Әлеге  ваҡытта тәүтикшереү бүлексәһе тикшереү алып бара, ғәйеплеләр закон менән ҡаралған язаны аласаҡтар. Оҙайлы ваҡыт закон  талаптарын күҙәтмәйенсә Рәсәй Федерацияһында йәшәгән 2 Үзбәкстан гражданы һәм 1 гражданлыҡһыҙ кеше (Ҡаҙағстандан килгән)  асылды, материалдар Учалы район судына йүнәлтелде.

Учалы район суды рөхсәтһеҙ йәшәгән  бер Үзбәкстан һәм бер Төркмәнстан граждандарын  административ рәүештә һөрөп сығарыу тураһында ҡарарҙар сығара (Эске эштәр министрлығының сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәге аша).

Барлығы операция барышында миграцион ҡануниәт талаптарын  күҙәтмәгән өсөн 8 протокол төҙөлдө, 19 мең һумға штрафтар һалынды.

Бына шулай. Күңелебеҙ киң, әммә төбәгебеҙ резин түгел! Әлеге тынғыһыҙ заманаларҙа һәр ят кешенең теүәл иҫәптә тороуы хәйерле.

“Операцияның беренсе этабы тамамланды, ләкин  миграция, сит ил граждандарының законһыҙ рәүештә йәшәүе, эшкә ялланыуы иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ”, - тип белдерҙе Радик Хәҙис улы. Был йәһәттә әйте һүҙегеҙ бар икән, бүлексәнең адресы : Учалы ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 14-се йорт,  кабинет № 2, тел. 8(34791)2-09-93, 6-08-35.

Гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөү артыҡ булмаҫтыр: ялған рәүештә пропискаға торосы сит кеше генә түгел, фатирына фиктив теркәтеүсе йорт хужаһы ла енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас