

Анатолий Чубайсты белмәгән кеше юҡтыр. Алдап-юлдап СССР мираҫына приватизация-“прихватизация” ойошторған сәйәсмән, һуңынан да үтә яуаплы вазифалар биләй. Илдең берҙәм энергетика системаһын юҡҡа сығарҙы, нанотехнологиялар тураһында күпме ләстит һатып , ғәйәт күп ҡаҙна аҡсаһын туҙҙырыуҙан ары китә алманы. Һуңғы арала РФ Президентының халыҡ-ара ойошмалар менән бәйләнеш буйынса махсус вәкиле ине. Махсус вәкил махсус хәрби операция һынауын үтә алманы. Йылы креслоһын ташлап, ҡайҙалыр сит илдәргә сығып ҡасҡан, тип хәбәр ителде. Хоҙайға шөкөр, власть башында бындай бәндәләрҙән ҡотола башлаған икән, Рәсәйҙең яңыса тормош ҡорорға өмөтә барҙыр.
Америкала киң билдәле “Оскар” кинопремияһын тапшырыу сараһы үтте. Тантанала Украина президенты Влдадимир Зеленский телмәр тоторға йыйынып та, һүҙ бирмәйҙәр. Ныҡ көйгәндер инде, кеше ышандырып “президент” булып йөрөһә лә, бар булмыш-фиғеле менән комедия уйнаған, ихахай-михахаға әүәҫ киноартист булып ҡалған бит инде. .....тик бына әлеге “роле” бик тә ҡанлы һәм аяныс, статист, ябай тамашасы хәлендә ҡалдырылған Украина халҡына “тамашалары” өсөн үтә ауыр хаҡ түләргә тура килә.
Үткән йома Еребеҙҙән ни бары 8,5 мең километр алыҫлыҡта астероид осоп үтә. Сағыштырыу өсөн: планетабыҙҙан Ай 300 мең километрҙа, йәғни, хәүефле дәрәжәлә яҡын үтә. 2022 FD1 номеры бирелгән был астероид тураһында 11 сәғәт алдан ғына белеп ҡалалар, траекторияһын үҙгәртергә тырышып ҡарарға ла һуң була инде, шөкөр, бер кемдең дә башына ҡоламаны. Әллә ни ҙур түгел, диаметры 3 метр, ләкин секундына 18 километр тиҙлектә елдереүен иҫәпкә алғанда, байтаҡ бәлә килтерә алыр ине. Шулай инде, баҙар иҡтисадына атланған кешелек яңынан-яңы кәрәккән-кәрәкмәгән тауар әтмәләп һатыу, баҙар даирәләрен киңәйтеү, кеше үлтереү ҡоралдарын камиллаштырыу менән мәшғүл, глобаль ҡурҡыныстарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү тураһында хәстәрләргә форсаты юҡ.
“Росгидрометцентр” үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд иҫкәртте: һуңғы 50 йыл тәбиғәт ҡасафаттары 5 тапҡыр артҡан. Ошо арҡала көн һайын (!) Ер йөҙөндә 115 кеше һәләк була, 202 миллион долларлыҡ иҡтисади зыян килә.
Украина бәләләренең сәбәптәренең береһе – рус телен көсләп әйләнештән сығарырға маташыу. Хәҙер ни, кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең ҡоларһың, әйтеме иҫкә килә. Латвияға килгән ҡасаҡтарҙың балалары мәктәптәрҙә латыш телендә уҡытыласаҡ, тип белдерә мәғариф министры Анита Муйжниейце.
Таланып, Европа илдәренән тибелеп сығарылған олигархтарыбыҙ бер ҙә Рәсәйгә кире ҡайтырға ашҡынып тормай. Күпләп Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәре тирәһендә уранҡыта башлауҙары һағайтты. Һуңғы ике аҙнала рус телендә һөйләшкән әҙәмдәр был илдә күсемһеҙ милек алыу һорауы менән бер нисә тапҡыр йышыраҡ ҡыҙыҡһына башлағандар, тип хәбәр ителде. Сәбәбе – милеккә һәм килемгә һалым юҡ, ти. Төрлө санкцияларға ла бигүк ҡушылып бармайҙар, Мәскәүҙән Дубайға самолеттар осоуын дауам итә. 3 йыллыҡ виза алыу өсөн “ни бары” 205 мең доллар ҙа етә, тип хәбәр ителде. Әлеге курс менән 20 миллион һум тирәһе. Һөҙөмтәлә рус телендә аралашҡан 115 мең кеше тупланған, ти, 40 меңе генә милләт буйынса рустар.
Конго тигән Африка илендә закон буйынса ҡарт уҡыусыларға пенсия түләү ҡаралыуын ҡаралған, ти, тик төрлө сәбәптәр менән тормошҡа тулы күләмдә ашырылмай. Шуға ла, астан үлмәҫ өсөн мөғәллимлекте дауам итерәгә мәжбүрҙәр. Министрҙары Жан-Пьеа Лио әфәнде раҫлауынса, 14 мең уҡытыусы 90 йәштән оло, ә иң ҡарт педагог 110 йәшлек, ти. Уҡытыу кимәлен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел!
Мәскәүҙә 10 йәшлек малай ата-әсәһенән ҡиммәтле “Айфон” телефоны алып биреүҙәрен талап итә. Тегеләре баш тартҡас, янъял ҡуптара, полиция саҡырта. Йәнәһе лә, битәрләйҙәр. Заман билдәһе инде был – кеселәр ололарҙы ололау, хәстәрлек өсөн рәхмәтле булыу һәләтен юғалта бара. Кемде ғәйепләйһең инде – фәҡәт үҙебеҙ нәҡ шулай итеп тәрбиәләйбеҙ.
Сетерекле фажиғә тураһында ҡыҙыҡ тип түгел, фәһем өсөн яҙабыҙ. Юғиһә, электр тогының был үҙенсәлеге тураһында бәғзе кешеләр уйламай. Ҡыҫҡаһы, баш ҡалалағы хостелда (осһоҙ ҡунаҡхана) бәҙрәф ремонтлана. 31 һәм 35 йәшлек ике төҙөүсе яҡындағы ташландыҡ бинаға барып кесе хәжәттәрен йомошларға булалар. Абайламаҫтан, көсөргәнеш аҫтындағы сымдарҙы еүешләйҙәр. Иҫән ҡалалар, әммә токка һуғылып ныҡ бешәләр, ҡара яналар, дауаханаға ебәрелгәндәр.