

Бөгөн, 4 апрель, төнгө 1 тирәләрендә, Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 120-се километрында "SKODA OCTAVIA" автомобиле юлдан осоп төшә, түңкәрелә. Идара иткән 33 йәшлек Силәбе кешеһе госпитализациянан да, айныҡлыҡты билдәләү буйынса медицина тикшереүенән дә баш тартҡан, ти. Баш тартыуҙан ни фәтеүәлер инде, ундайҙарға, анализ башҡарылмаһа ла, иҫереп руль артына ултырғандағы кеүек яза бирелә – 30 мең һум штраф, 1,5-2 йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.26-сы статьяһы).
Үрҙәге ваҡиға тураһында хәбәр иткән ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова дөйөм хәлдәр тураһында ла бәйән итте: быйыл 3 айҙа 176 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 6 аварияла (былтырғы ошо осорҙан 3 фактҡа күберәк) 8 кеше төрлө дәрәжәлә имгәнә (+3). Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 4 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән.
Юлдарҙа уяу булығыҙ!