Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Апрель 2022, 03:44

Хәтирәләр менән уртаҡлашығыҙ!

Рәүеф Хәй улы Насировтың исеме онотолмаһын!

Хәтирәләр менән уртаҡлашығыҙ!Хәтирәләр менән уртаҡлашығыҙ!
Хәтирәләр менән уртаҡлашығыҙ!

УЧАЛЫЛАР ЯРҘАМЫНА МОХТАЖМЫН

 

Әле генә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты булырға хыялланып йөрөгән кисәге уҡыусылар, хәҙер инде 5-се курсты тамамлау алдына торабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙҙең өсөн иң мөһим эштәрҙең береһе – ул сығарылыш квалификация эшен (элеккесә – диплом эше)еренә еткереп яҙыу, уны уңышлы итеп яҡлап сығыу.

Мин, Хәмитова Лиана Айрат ҡыҙы, эҙләнеүемдең төп темаһы итеп, әсәйемдең яҡташы, Учалы районының билдәле шәхестәренең береһе Рәүеф Насировтың ижад һәм тормош юлын һайланым (Минең ғилми етәксем – Нәбиуллина Гөлнур Мирза ҡыҙы ла Учалы ерендә тыуып үҫкән). Яҙыусы, журналист, тарихсы тураһында әсәйемдән бәләкәй саҡтан уҡ ишетеп, белеп үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхсән күреп, һөйләшергә насип булмаһа ла, уның тормошон, ижадын өйрәнеү минең өсөн бәхет тә, шул уҡ ваҡытта ҙур һынау ҙа булып тора. Төрлө сығанаҡтарға, интернет селтәренә таянып Рәүф ағай Насировтың ҡыҫҡаса биографияһын һәм ижади юлын түбәндәгесә күҙаллайым.

Рәүеф Хәй улы Насиров 1935 йылда Башҡортостандың Учалы районының Ҡужай ауылында донъяға килә. Урта белемде тыуған яғында ала, Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Мейәс автомобиль заводында эшләй. Өс йыл армияла хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысын үтәй. 1970 йылда Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университетын тамамлай.

1967 – 1982 йылдарҙа – Учалы районының “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенеңбаш мөхәррире,һуңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары була, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарында публицистика бүлеген етәкләй. 1970 йылда Журналистар Союзына алынһа, ә 1999 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Халҡы алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте лә юғары баһалана. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының, 1978 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты булып таныла.

Рәүеф Насиров башҡорт әҙәбиәтенең проза жанрын, публицистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Публицистик жанрҙа ижад ителгән яҙмалары аша ул халҡыбыҙ тарихында быға тиклем асылмаған аҡ биттәрен асыуға, шәхестәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә.

Шулайуҡ, проза жанрында ла ярайһыуҡҙуруңыштарғаөлгәшә. Тәүге “Тораташянындатаңтыуа” тип аталғанәҫәре 1977 йылда “Ағиҙел” журналындабаҫыла. 1992 йылда повесть һәмхикәйәләрйыйынтығыбулған “Бурыс” тип аталғанкитабыдонъякүрә. Һуңғараҡүҙен драма жанрында ла һынапҡарай: “Мәңгелекюлдаштар” тип аталған пьеса ижадитә.

РәүефНасировтыңхалҡытарафынанюғарыбаһаланғанхеҙмәттәренеңбереһе – улСоветтар Союзы Геройы Александр Матросовтыңбиографияһынентеклеһәмтәрәндәнөйрәнеп, уныбашҡортхалҡының батыр улдарыныңбереһеШакирйәнЮнысулыМөхәмәтйәновикәнлегенасыҡлап “Ҡайҙанһин, Матросов?” тип аталған повесть ижадитеүендә.

Тынғыһыҙ журналист, яҙыусы, тарихсы, эҙәрмәнРәүефХәйулыНасиров 2014 йылдың 6 июнендә, 78 йәшендә вафатбула.

Халыҡты һәләтле шәхестәр күтәрә тиҙәр. Кемдер ғалим булараҡ асыштар яһай, икенсе берәүҙәр тыуған ерен дошман ҡулынан һаҡлап батырлыҡ ҡаҙана. Яҙыусы, журналистың төп бурысы – туған халҡы, иле өсөн изге эштәр башҡарған шәхестәрҙең эшен, тормош юлын яҡтыртыу. Был йәһәттән тарихи әҫәр яҙыусыларҙан, эҙәрмән, һәләтле, бер нимәлә туҡтап ҡалмаҫ журналистарҙан башҡорт халҡы уңған. Шулар араһында башҡорт халҡының тарихын төрлө яҡлап яҡтыртҡан, яңылыҡтар индереүгә ҙур көс һалған Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәүеф Насировтың күп ҡырлы ижады ҙур урын алып тора.

Ҡыҙғангысҡа ҡаршы Рәүф Насировтың тормош юлы, ижады ныҡлы өйрәнелмәгән. Һәм мин, ошо яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алып, Рәүф ағай ҡалдырған әҙәби мираҫты төплө өйрәнергә тигән маҡсат ҡуйҙым. Сығарылыш квалификацияһы эшемде тулыландырыр, байытыр өсөн һеҙҙән – яҡташтарынан ярҙам кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙең арағыҙҙа уның яҙмышын, ижады менән бәйле ваҡиғаларҙы белгән кешеләр булһа, минең менән бәйләнешкә сығып, ярҙам ҡулы һуҙһағыҙ мин бик шат булыр инем.

 

ЛианаХәмитова,

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты

 

 

P.S. Бәйләшеш өсөн

Whats App –+79659396434,

почта – hamitovaliana31@gmail.com

Бәйләнештә селтәрендә -https://vk.com/liana0800

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас