

Яҡташтар
“Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр”
Алдағы гәзит һанында, БР Башлығы Радий Хәбиров Юлдаш мәҙәниәт йорто мөдире Нәғим Аллаяровҡа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре дәрәжәһе бирҙе, тип яҙғайныҡ. Баҡһаң, был тантанала йәнә бер яҡташыбыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған икән.
Сораман ауылында тыуып үҫкән, әлеге көн З.Исмәғилов ис. Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Фәиз Вилдан улы Шәриповты күҙ уңында тотабыҙ. Гәзит уҡыусыларҙы яҡынданыраҡ таныштырайыҡ.
Атаһы Вилдан Хәйҙәр улы - “Байрамғол” совхозында, әсәһе Ғәҙилә Барый ҡыҙы – Сораман мәктәбендә хеҙмәт иткәндәр, әле, үкенескә ҡаршы, икеһе лә баҡыйлыҡта. Төп һыҙаттар быуын аша бирелә тип генетиктар юҡҡа раҫламай шул. Фәиздең олатаһы Барый бабай Таштыүҙәк тауына сығып ҡурай киҫеп алыр ҙа, уйнай торған булған, тип хәтерләйҙәр. Атай яғынан да Әхмәҙиә-сәсәнгә, бәйетсе Ағзам-олатайға яҡын туған тура килә. Ғаиләлә 5 бала үҫәләр, Раил ағаһы әле Сораманда йәшәй, пенсияла, ә Шәһиҙә апаһы – ҡалала, Учалы тегеү фабрикаһында хеҙмәт итә.
Фаиз мәкәтәптә уҡығанда Ҡобағоштан Урал ағай Хажинды директор итеп ҡуялар. Тап ул тәүләп ҡурай тартыу тәртибен күрһәтә лә инде Сораман малайҙарына. 1994 йыл Учалы музыка училищеһының Башҡорт фольклоры бүлексәһенә уҡырға инә. Башта махсуслашыу тураһында һүҙ булмай әле – барыһы бейеҙәр ҙә, йырлайҙар ҙа, төрлө ҡоралдарҙа уйнап маташалар. Икенсе йылдан, кемдең нимәгә һәләте күберәк, шул яҡҡа тартыла. Фәиз Айбулат Рәхмәтуллиндың етәкселегендә (бөгөнгө көндә – БР-ҙың халыҡ артисы, Нефткамала йәшәй) ҡурай серҙәренә ныҡлап төшөнә башлай. 1997 йыл Өфөлә Йәш музыканттар конкурсында 2-се урын алыуы ҡанатландыра, тағын да нығыраҡ тырышырға дәрт һәм сәм бирә. 1998 йыл З.Исмәғилов ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә (үҙгәртеп ойоштороуҙар һөҙөмтәһендә дипломына “ сәнғәт академияһы” тип билдәләнгән). Исеме нисек кенә үҙгәрмәһен, есеме бер ҡала инде. Ҡурай буйынса уҡытыусылары БР атҡаҙанған артистары Таһир Хәмитов, Азат Биксурин булалар. Студент йылдарында ла яҡташыбыҙ күп сығыштар яһай, баш ҡаланың Дим районында балалар ижады һарайында ҡурайсылар ансамблен етәкләй.
Диплом алғас, тырыш һәм һәләтле егетте алыҫ ебәрмәй, уҡыу йортонда эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр. Һәм яҡташыбыҙ һынатмай.
Билдәле ҡурайсы БР халыҡ, РФ атҡаҙанған артисы, сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Минниғәли улы Аитҡолов Фәиз Вилдан улына биргән ҡылыҡһырламала ошолай яҙылған - квалификациялы белгес, ижади шәхес, арыу-талыу белмәй һөнәри кимәлен камиллаштыра, “Башҡорт музыкаль фольклоры” йүнәлешендә ғилми-тикшереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Һәм башҡорт музыка ҡомартҡыларын һаҡлау, популярлаштырыуға тос өлөш индерә.
Бына ошо һуңғы эшмәкәрлеге өсөн генә лә күптән атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булғандыр хөрмәтле яҡташыбыҙ! Аңлатып китәйек. Фәиз Вилдан улын башта фольклор кабинеттың өлкән лаборанты, 2006 йылдан – институттың тауыш яҙҙырыу студияһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.
....хәҙер генә, һәр кемдең өйөндә компьютер, ҡулында – смартфон, теләһә нәмәне яҙҙыра һәм тарата ала. Ә бына ул саҡ фольклор кабинетҡа илле йыл буйынса тупланған уникаль яҙмаларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу бурысы киҫкен тора. Боронғо магнитофон таҫмалары иҫкереп тетелгән һайын, унда теркәлгән көй-йырҙарға тәләф булыу, эҙһеҙ юғалыу ҡурҡынысы янай. Киләһе быуындарға ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер әмәле – яңы форматҡа, “цифраға” күсереп өлгөрөү.
-Һигеҙ йыл дауамында был эште башҡарып сыға алдыҡ, шөкөр!- ти Фәиз Вилдан улы.-Ирекһеҙҙән, заман аппаратураһы менән эшләргә йәһәт өйрәндек. Ауылдашым, сәнғәт академияһы ректоры Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың йәне йәннәттә булһын инде –ҡомартҡыларҙы һаҡлауҙың мөһимлеген яҡшы аңлап, һәр яҡлап булышлыҡ итте. Булған-булмаған аҡсаны табып, компьютерҙар, заман аппаратураһы менән тәьмин итте. Һөҙөмтәлә уникаль аудиофонд тупланды. Әйтәйек, Ғата Сөләймәнов, аталы-уллы Ишҡәле, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Рәхмәтулла Бүләкәнов кеүек мәшһүр ҡурайсыларҙың башҡарыуын тыңларға, быуаттар буйына һаҡланып килгән иң-иң халыҡсан өлгөләр менән танышырға мөмкин.
Шулай итеп, Фәиз Вилдан улы Шәрипов хеҙмәт юлын 2003 йыл З.Исмәғилов ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтында башлай. Фольклор кабинеты лаборанты, традицион музыка башҡарыу кафедраһы уҡытыусыһы. 2016 йылдан – доцент, 2019 йыл РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы приказы менән доцент ғилми дәрәжәһе раҫлана).
Ғилми мәҡәләләре: “Традицион музыка башҡарыу оҫталығы: проблемалар һәм перспективалар”, “Тиләү-табын ырыуының йыр-моң мираҫы”, “Ҡурайҙа ансамбль менән башҡарыу” һәм башҡа. Студенттарға, ҡурай менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн әсбап-ҡулланмалар яҙыу менән әүҙем шөғөлләнә –“Ҡурай моңдары”, “Концерт залында ҡурай” (1,2 сығарылыш), “Башҡорт халыҡ инструменттары ансамблдәре өсөн хрестоматия”, “Ҡурай буйынса хрестоматия” һәм башҡа.
Ҡурайҙа уйнау буйынса ҡырҡлап өйрәнсеге республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстары лауреаттарына әйләнә, мәҙәниәт тармағында хеҙмәт итәләр. Әйткәндәй, ҙур аудиторияларға лекция уҡыған профессорҙар менән сәнғәт остаздарын яҡынса ла сағыштырып булмай, бында һәр студент – “штучный товар”, уҡытыусы яңғыҙы тик уның менән генә оҙаҡ ваҡыт үткәрмәһә, виртуоз музыкантсыны бер нисек тә әҙерләп булмай.
Остаз үҙе лә сығыштарын уңышлы дауам итә. Бөтәһен дә иҫәпләп осона сығырлыҡ түгел, иң әһәмиәтлеләрен генә билдәләйек: М.Ғафуриҙың 125 йыллығына арналған ҡурайсылар конкурсында (2005 йыл) – Гран-при, Ғ.Сөләймәнов ис. республика конкурсында (2016) - Гран-при, Р.Шәрипов иҫтәлегенә I Республика конкурсында (2016) - Гран-при, “Талант ҡанаттарында”, “Илһам” халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрендә (2017) - I дәрәжә лауреаты һәм башҡа.
Халыҡ көйҙәре буйынса төрлө-төрлө конкурс, фестивалдәрҙә жюри ағзаһы, баһалаусы роленә йыш йәлеп ителә. Мастер-класс биргәне, семинарҙар үткәргәне өсөн бирелгән Рәхмәт хаттарының иҫәп-һаны юҡ: Белорет районы, Салауат ҡалаһы, Пермь крайы, Ҡурған, Һамар өлкәләренән һәм башҡа. «Гәлсәр һандуғас», «Байыҡ», «Башҡорт йыры», «Самрау шоу», «Тамыр» телевизион проекттарында ла ҡатнаша. Юҡҡамы ни, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почет грамотаһы бирелә.
Өфөнөң 155-се участкаһында һайлау комиссияһы ағзаһы булып та тора. Йәшерәк сағында кикбоксинг буйынса республика чемпионаттарында уңышлы сығыш яһауын да өҫтәйек. Юғиһә, музыкант – сибек, фани донъянан ситләшкән хыялыйыраҡ кеше тигән стереотип таралған. Ҡалған музыканттар нисектер, әммә ҡурайсылар – йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, милләткә тоғро һөлөктәй егеттәр, йәш өҫтәлә бара олпат уҙамандарға әйләнәләр.
Фәиз Вилдан улы тыуған яҡтарына ҡунаҡҡа ҡайтҡанында, иркенләп һөйләшергә форсат сыҡты.
“Ҡурайҙы хәҙер ниндәй генә материалдан яһамайҙар. Ҡайһыһы яҡшыраҡ?” –тигән һорауға түбәндәге яуап алдыҡ:
-Әлбиттә, иң боронғо вариант – “үлән-ҡурай”. Яңғырашы айырыуса наҙлы, тәбиғи. Ғата Сөләймәнов Өфө музыка училищеһы студенттары менән Ирәндек, Алатау буйҙарына сығып, ҡурай киҫеп алып ҡайтыр булғандар. Тик үҫемлек төрлө формала һәм үлсәмдә үҫкәс, музыка ҡоралын бер стандартҡа килтереү ауырыраҡ , “музыка рәте” төҙөү ҙә ҡатмарлыраҡ. Тиҙ генә сафтан сығып та бара. Салауат районынан Вәкил Шөғәйепов шпондан ( ағастан түңәрәкләп ҡырылған йоҡа табаҡ) ҡурай яһай башлауы үҙенә күрә революцияға тиң булды. Тап ошо ысул стандартлаштырылған ҡурайҙарҙы күпләп етештереүгә ирек бирҙе. Ҡайын, ерек, ҡарағай, хатта, “ҡыҙыл ағас” ҡулланыла. Әйткәндәй, Уральск ауылынан элекке уҡыусым Дим Мөжәүиров ҡурай яһау оҫтаһы булараҡ танылыуы менән ҡәнәғәтмен. Ә пластмассанан ҡурай тауышы тәбиғи материалдарҙан яһалғанынан ҡайтыш, әммә осһоҙ булғас, балаларға иң башта һыҙғыртып уйнап китер өсөн бик уңайлы. 1812 йылғы Ватан һуғышында Ҡаһым-түрә Парижға көмөш ҡурай тартып инеүе тураһында легенда ишеткән бар. Башҡа металдарҙан да яһағандар. Әллә инде.....ҡурай ҡурайсы өсөн ҡорал ғына түгел, тән ағзаһына, һулыш органына әйләнә. Шуға ла төрлө металдар менән эксперименттарға шөбһәләнеберәк ҡарайым, сәләмәтлеккә зыян булмаһын, әммә мәгәр, форсаты сыҡһа, алтын ялатылған көмөш ҡурайҙа рәхәтләнеп уйнар инем буғай!
-Төрлөлөк тигәс, ҡатын-ҡыҙҙар ҡурай тартыуы ла ризаһыҙлыҡ уятмайҙыр? Юғиһә, ысын ҡурай моңон ирҙәр генә сығара ала тигәнде лә ишеткән бар.
-Эйе, тән төҙөлөшө айырылғас, күрмәһә лә, кем уйнағанын ысын белгес йәһәт айыра. Әммә бынан ни ҡайғы? Ҡурай - тембры буйынса кешенең тауышына ныҡ яҡын берҙән-бер музыка ҡоралы тиһәм дә хата булмаҫ. “Таҙа тауыш” менән уйнау, “күкрәк” кә һалып йә өзләү ҡушып ҡурай тартыуҙы
айыралар. Һөҙөмтәлә оркестр уйнаған кеүек гүзәл күп тауышлылыҡ килеп сыға. Ошо арҡала ҡурайҙың һүрәтләү мөмкинлеге иҫ киткес – нескә лирика, етди драма, дәшһәтле пафос – барыһын да һүрәтләп була, оҫталыҡ менән илһам ғына кәрәк! Еңел-елпе йә ажғырып ҡына булмай, күңел һалыу мотлаҡ шарт. Тәбиғәттең, бар ғәләмдең нескә, илаһи тауышы тап ҡурай аша урғыла. Тәбиғәт иҫ киткес бай һәм төрлө, тимәк, тауыштары ла төрлөсә булырға тейеш. Шуға күрә, гүзәл зат ҡурайға тартылыуын ыңғай ҡабул итәм. Үҙебеҙҙең институтта “Ҡурайсы ҡыҙ” бәйгеһен ойошторғайныҡ, был башланғысты артабан да дауам итергә кәрәк булырҙыр. Әйткәндәй, Наурыҙҙа көн күргән еңгәм, танылған мәргәнбикә Динә Вәлиева һәләк тә килештереп ҡурай тарта. Һәләтле кеше бар өлкәлә лә булдыра! Ир менән ҡатын уйнауы ғына айырылмай, төбәк нескәлектәре лә бихисап. Баймаҡта бер, Әбйәлилдә икенсерәк. Минең фекергә, борондан килгән төп нөсхәгә, илаһи тәүсығанаҡҡа иң тура килгән стиль - Хәйбәлла менән Йылайыр оҫталарында.
-Ә Учалыла хәлдәр нисек?
-Бик яҡшы! Колледжда Тәфтизән Зәйнәшев яңынан-яңы ҡурай оҫталары тәрбиәләй, Ҡунаҡбайҙан Шәфҡәт Йосоповтоң өйрәнсектәре туҡтауһыҙ конкурстарҙа еңәләр, Эльмир Галин, Азамат Ямалетдинов, Ильнур Юлдашбаев һанай башлаһаң күп. Шөкөр, ҡурай ысын мәғәнәлә халыҡ сәнәғәте булып тергеҙелде тиергә лә мөмкин.
-Ҡурай тик беҙҙә таралған, тимәк, Башҡортостан оҫталарын бөтә ил, бар донъяла иң оҫталар, тиергә була. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, кемдәр улар, донъяның иң яҡшы ҡурайсылары?
-Бөгөнгө көндә Мөхәмәт Түләбаев, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев, Айбулат Рәхмәтуллин, Азат Биҡсуриндар иң виртуоз башҡарыусылар, тип иҫәпләйем. Кемделер атарға онотҡанмын икән, зинһар, ғәфү итһендәр!
-Әңгәмәнең аҙағында ғаиләгеҙ тураһында ла әйтегеҙ әле, үҙ балаларығыҙҙы ҡурайға өйрәтеп буламы?
-Хәләл ефетем – Эльвира Вәзир ҡыҙы, ҡыҙ фамилияһы – Сатлыкова. Юғары белемле химик-биолог. Әле балалар баҡсаһында хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл Өфөнөң 20-се Башҡорт гимназияһында 9-сы синыфта уҡый, “Тамыр” телестудияһына оҙаҡ йөрөнө, гитарала уйнай. Улыбыҙ Нургиз быйыл ғына шул уҡ гимназияла уҡырға төштө. Башта ҡурайға битараф ине, хәҙер, иптәштәренә ылығып, ҡурай менән дә, карате менән дә берсә ҡыҙыҡһына башланы, кружокка яҙылды. Мин һис тә ҡабаландырмайым, кемдең күңеленә һалынған, иртәме-һуңмы ул бары үҙе ҡурайға тартыласаҡ. Көсләү, мәжбүр итеүҙән фәтеүә юҡ ул, ҡурай тураһында ла, дөйөм педагогика тураһында һүҙ барғанда ла балаға ирек бирер кәрәк. Ҡабатлап әйтәм, ҡурай – кеше менән тәбиғәт араһында тере бәйләнештең символы, аудиокәүҙәләнеше, тимәк, ылығыу ҙа тәбиғи рәүештә барырға тейештер!