

Таяҡ ҡына түгел, санкциялар ҙа ике осло. Рәсәйгә иғлан иткән иҡтисади һуғыштың кире һөҙөмтәләренән Европа илдәре беҙҙән алдараҡ интегә башланы. Юҡҡамы ни, сәйәсмәндәре “аҡыллы” кәңәштәр яуҙыра: йылыраҡ кейенеп өйҙө йылы яҡмаҫҡа, һирәгерәк йыуышырға, бензин тәләф итмәҫ өсөн велосипед атланырға, ит ашауҙы сикләргә һәм башҡа. Әммә мәгәр был кәңәштәр “ҡара халыҡ” өсөн, ғали йәнәптәре шәрәмәттәре үҙҙәрен һис онотмай.Германия хөкүмәте министрҙары, депутаттар үҙҙәренә эш хаҡтарын күтәреү тураһында ҡарар сығарған. Миҫал өсөн, Бундестаг депутаттары 1 апрелдән 310 евроға , беҙҙең аҡсаға 28-29 мең һумға күберәк ала башлаясаҡтар. Канцлер Олаф Шольц үҙен нығыраҡ хәстәрләй -345 евроға хеҙмәте ҡиммәтерәк баһалана. Аңлап торабыҙ, был аҡса улар өсөн сүп тә түгел, иш янына ҡуш, тин һумды һаҡлай, бөртөкләп йыйыла алтын, тип туя алмайҙарҙыр инде. Әйткәндәй, элекке, күпкә именлерәк шарттарҙа эшләгән Ангела Меркель етәкселегендә Германия хөкүмәте үҙҙәренә эш хаҡтарын күтәреүҙән баш тартҡан була.
Туфан һыуы ҡалҡҡанға өйрәккә ни ҡайғы! Украинаның Юғары рада депутаттары закон проекты әҙерләгән, гимндарын үҙгәртергә тәҡдим итәләр. Мәҫәлән, йырҙың башындағы “Ще не вмерла Украина”- “Украина әлегә үлмәгән” юлдарын “Процветает Украина” –“Украина сәскә ата”ға алмаштырыу “Халыҡ ялсыһы” фракцияһына бик тә көнүҙәк мәсьәлә булып тойола.... “Сәскә ата” урынына “ҡанға бата” юлы ысынбарлыҡты дөрөҫөрәк сағылдырыр ине буғай. Әлеге власть вәкилдәренең ҡомһоҙлоғо, һатлыҡйәнлеге, ахмаҡлығы арҡаһында бәләгә юлыҡты күрше дәүләт. Ниндәй халыҡтың ялсылары икән “Халыҡ ялсыһы” депутаттары тигән һорау тыуа.
БР Башлығы Радий Хәбиров Санкт-Петербургта «Өфө» һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрөү тантанаһында ҡатнашты.«Өфө» ҙур дизель-электр һыу аҫты кәмәһе командиры, өсөнсө ранг капитаны Андрей Барков шефлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе . Башҡортостан һеҙҙең өсөн икенсе бәләкәй ватанға әүерелер, тип ышандырҙы уларҙы республика етәксеһе. «Варшавянка» серияһындағы был төр субмариналар Ҡытай флотында ла ҡулланыла икән.
Сама менән Рәсәйҙә әле 8-9 миллион хеҙмәт мигранты иҫәпләнә . Төп өлөштә эшләп тамаҡ аҫрайҙар, Рәсәй валютаһы курсы түбәнәйеү арҡаһында үҙ илдәренә ҡайтышып, хеҙмәт баҙарында ҡытлыҡ тойолмаҫмы, тип борсола бәғзе эксперттар. Өҫтәүенә, миганттарҙың яҡынса 10 проценты яҙғы миҙгелдә өйҙәренә баҡса-баҫыу эштәренә ҡайтыусан икән. Транспорт, авиабәйләнеш мәсьәләләре ҡатмарлашҡас, кемдәренеңдер кире килә алмауҙары ла ихтимал, ти. Ярар, йүнле эш хаҡы түләнһә, үҙебеҙҙә лә эш ҡулдары баштан ашҡан.
Мәскәүҙә, Эске эштәр министрлығынан алыҫ түгел ресторанда ҡырағай ваҡиға теркәлә: уҫмаҡлашыуҙа бөтә тиерлек хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнаша – полиция, суд, прокуратура, Росгвардия (ОМОН), тик ФСБ ғына етмәй, ә тикшереүҙе хәҙер тәфтиш комитеты алып бара. Эске эштәр министрлығының Баш транспорт идаралығы хеҙмәткәре полковник (!) Роман Ромашин эскән килеш халыҡ алдында хәшәрәт һүгенә. Шелтә яһаған ресторан клиентына йоҙороҡ һеләтәп ташлана. Ә уныһы федераль судья булып сыға. Улай ғына ла түгел, хәләл ефете – РФ Генераль прокуратураһының дәүләт ғәйепләүсеһе Мария Семенеко. Янъялсы икеһенә лә өлөш сығарған, ти, һуңынан медицина ярҙамы алырға тура килә. Ә бит Семененко ханымға дәүләт һағы ҡуйылған була – оҙатып йөрөгән ике әзмәүерҙәй ОМОН егете ниңәлер һаҡлай алмағандар. Уларға ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Япондар оҙаҡ йәшәй, кәңәштәренә ҡолаҡ һалыр кәрәктер. Билдәле табиптары Хидэки Вада оло ватандаштарын хәлгә ҡарап күберәк хәрәкәт итергә өндәне. Ә икенсе төп кәңәше – ит ашарға. Юғиһә, ҡарт япондар был ризыҡты ҡулланыуҙы кәметә икән. Көнөнә уртаса 80 грамм тура килә. Был бик аҙ, һөҙөмтлә организмда серотнонин (“бәхет гормоны”) миҡдары кәмей, кеше төшөнкө, асыусан һәм мыжыҡҡа әйләнә, ти.
Башҡортостан парламенты депутаттары беренсе уҡыуҙа республикала айнытҡыстар булдырыуға йүнәлтелгән закон проектын ҡабул итте. Дәүләт йәки муниципаль учреждениелар формаһында ғына булдырылырға тейеш, тигән ҡарарға киләләр. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ схемаһы кире ҡағыла.
Урамда лаяҡыл иҫереп аунап ятҡан ҡоштарҙы абайлағанығыҙ юҡтыр. Төмән кешеләре тап шундай күренештәргә йыш юлыға башлаған. Тимирязев исемендәге биология музейы орнитологтары аңлатма бирҙе: быйыл көн торошо ҡырҡа үҙгәреп тороу сәбәпле мышар әсей икән, емештәрҙә этил спирты пәйҙә була. Уның менән туҡланған суҡтурғайҙар (свиристель, икенсе исеме – мышар турғайы) үҙҙәре лә аңламаҫтан иҫерә лә ҡуя, ти. Аунап ятҡандарында бесәй ашамаһа, айнығас рәткә киләләр.