Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
9 Апрель 2022, 11:26

"Һине Ҡазан, Мәскәүҙә лә танып торалар , Ильфар!"

Яҡташыбыҙҙың юбилейына

"Һине Ҡазан, Мәскәүҙә лә танып торалар , Ильфар!""Һине Ҡазан, Мәскәүҙә лә танып торалар , Ильфар!"
"Һине Ҡазан, Мәскәүҙә лә танып торалар , Ильфар!"

8 апрель, Учалы районы, Зәйнәкәй ауылы уҙаманы Әлибаев Ильфар Лазо улының тыуған көнө. Халыҡ араһында ҙур абруй яулаған, хөрмәтле ил ағаһын 60 йәшлек күркәм юбилейе менән ихлас ҡотлайым! Уға һәм яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәтле, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер теләйем!

Әлибаев Ильфар Лазо улына.

Иманың ныҡ.

Ышаныслы кешеһең һин,
Иманың ныҡлы, диндар.
Ҡурғашлы ла мәсет һалдың,
Ҙур рәхмәт һиңә, Ильфар!
Дауалайһың сирлеләрҙе,
Һәр доғаңда - тылсым бар.
Һине Ҡазан, Мәскәүҙә лә
Танып торалар , Ильфар!
Таңдан намаҙҙар уҡыйһың,
Алдыңда - изге Ҡөрьән.
Үҙ улындай ҡабул итте
Һине Ҡурғашлы, Бөрйән!
Донъяңды тора нурлатып
Уңған Фирүзә килен.
Бәхет шишмәң ташып торһон,
Йәшәгеҙ матур, имен!
Ҡыҙҙарың инде кейәүҙә,
Ейәндәрең, шөкөр, ҙур.
Күҙ теймәһен, терәк булып,
Үҫеп килә улың Нур!
Аят, сүрәләр уҡыйһың,
Вазифаң - имам - хатиб.
...Мәңге ҡыуанып йәшәгеҙ, -
Шатлыҡтар булһын насип!

 

 Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас