Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
12 Апрель 2022, 06:30

Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа

Башҡортостанда бөгөн 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихи һәм мәҙәни мираҫы бар. Милли кейем иһә һәр милләттең айырылғыһыҙ өлөшө. 

Башҡортостанда милли кейем көнө уҙаБашҡортостанда милли кейем көнө уҙа
Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа

#МиллиКейемКөнө2022#ДеньНациональногоКостюма2022

Башҡортостанда бөгөн 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихи һәм мәҙәни мираҫы бар.

Милли кейем иһә һәр милләттең айырылғыһыҙ өлөшө. 

Йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ныҡлап һаҡлаған кеүек, милли кейемде лә ҡурсалап һаҡлау зарур.

Республикабыҙҙа Милли кейем көнө 2020 йылдан алып уҙғарыла. Ул йылына ике тапҡыр була - апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе йомаһында.

Быйыл Милли кейем көнө республикабыҙҙа 15 һәм 16 апрелдә ойошторола. Бик күп саралар уҙғарыу ҡаралған. 

Мәҫәлән, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө сиктәрендә 15 апрелдә Өфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла һәм «Халыҡ кейеме интерпретацияһы проблемаһы» темаһына түңәрәк өҫтәл була.

"Милли кейемдә фото" тигән республика флешмобы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ҡатнашыусыларға фотоларын "Бәйләнештә", "Класташтар", " Телеграм" социаль селтәрҙәрендә #МиллиКейемКөнө2022#ДеньНациональногоКостюма2022 хештэгы аҫтында ҡуйырға тәҡдим ителә.

Фото: www.pinterest.ru

 

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас