

Был фажиғәле хәл Бүздәк районында теркәлә. Ваҡиғаны Светлана тигән ханым бәйән итә.
Дания исемле ҡатын иртән тороп кер йыуа башлай, бәләкәй ҡыҙы әсәһенә ярҙам итешеп, кес кенә биҙрәләре менән һыу ташый. Бала тамам арығас, күләгәгә ултырып, әсәһен күҙәтә башлай. Шул ваҡыт уның ҡаршыһына ап-аҡтан кейенгән, сал сәсле, аҡ һаҡаллы бабай килеп баҫа һәм үҙенә саҡыра. Биш йәшлек ҡыҙ ҡурҡышынан әсәһен янына югереп бара һәм тегендә мине Аҡ бабай саҡыра тип әйтә. Әсәһе ян-яғына ҡарап эҙләй башлай, әммә бер нәмә лә күрмәй. Ҡайҙа ул, тип тағы бер тапҡыр ҡыҙынан һорай, бала ул яҡҡа башҡа бармайым, ҡарамайым тип яуаплай. Ҡатын үҙе барып ҡарарға була, бер-ике аҙым атлауы була, кинәт уның ҡаршыһына ла Аҡ бабай килеп сыға: “Балам, һине афәт көтә”, ти ҙә юғала. Дания тәүҙә аптырашта ҡала, афәт нимә була ул тип, ҡайтҡас иренән һорай. Ире афәт – ҡайғы була, тип яуап бирә. Ҡатыны бөгөн ҡыҙы менән күргәндәрен һөйләп бирәләр. Ир иғтибар менән тыңлағандан һуң: “Мин армиянан ҡайтҡанда, поезға сиған ҡатыны инеп киләсәгемде һөйләп бирҙе ти. 35 йәштә үләһең тине, бәлки дөрөҫ әйткәндер. Улай тиһәң, әле 35 йәшкә тиклем байтаҡ ваҡыт бар,” – тип яуаплай.
Көндәр үтә, Аҡ бабай ҙа яйлап онотола. Йәй артынан көҙ килә. 5 йәшлек сабый бер көн уйнап йөрөгән еренән кинәт юғала. Өләсәләренә киткәндер, тип уйлай әсәһе. Бер аҙҙан ҡатынға ҡыҙының батып үлеүен килеп әйтәләр. Афәт – иренең үлеүе булмай, ул ҡыҙын юғалта. Аҡ бабай биш йәшлек ҡыҙы артынан килгән булған. Бәлки бабай ҡиәфәтенә кергән Ғазраил булғандыр.