

Билдәле булыуынса, илебеҙҙә 1 майҙа - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, ә 9 майҙа Еңеү көнө билдәләнә. Быйыл иһә Башҡортостанда йәшәгәндәр өсөн тағы бер байрам көнө өҫтәлә – 2 майҙа - Ураҙа байрамы.
“Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы (шәмбе) ял көнө - 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелгән, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө йәкшәмбе 1 майҙан дүшәмбе 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, дүшәмбе, 2 майҙан, ял көнө шаршамбы, 4 майға күсерелә”.
Шулай итеп, Башҡортостан халҡы биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома көндәрендә - 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай?