

Бөгөн Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә.
Урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Граждандар менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс. Муниципаль кимәлдә граждандарҙың көндәлек тормошондағы мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителә.
Урындағы үҙидара – кеше мәнфәғәтен күҙәткән гражданлыҡ йәмғиәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ та билдәле. Муниципаль хеҙмәттә эшләү хеҙмәткәрҙән яуаплылыҡ, һәр өлкәне яҡшы белеүҙе, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе, яҡташтары өсөн лайыҡлы тормош шарттарын булдырыуҙы талап итә.
Бөгөн Учалы филармонияһында ошо өлкәлә хеҙмәт итеүселәр тәбрикләнде. Әйткәндәй, Урындағы үҙидара көнө быйыл унынсы тапҡыр билдәләнә.