Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Апрель 2022, 09:50

Һаман ышанаһы килмәй

Тыуған илебеҙҙе яҡлап, башҡаларҙың тыныс һәм бәхетле тормошо хаҡына үҙен аямай батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ алдында баш эйәбеҙ.

Һаман ышанаһы килмәйҺаман ышанаһы килмәй
Һаман ышанаһы килмәй

Бәхил бул, һалдат!

Йәшәү тәмен татып та өлгөрмәгән егеттәребеҙ ҡырыла. Украинала барған махсус операция барышында һыу һөлөгөндәй тағы бер егетебеҙҙе юғалттыҡ. Илнар Байегетов 1997 йылдың 28 июлендә Озерный ауылында донъяға килә. Ул бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы, алдына ҡуйған маҡсаттарына ынтылып үҫә. Илнар әсәһе Гөлшат Мөхәррәм ҡыҙына ла  киләсәген армия менән бәйләргә теләүен әйтә, яҡыны улының теләгенә ҡаршы килмәй.  

- Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө кадеттар тураһында сериалдар ҡарап, киләсәктә хәрби булырға хыялланды. Яныма килеп, хәрби булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк, тип кәңәшләшкәне бөгөнгөләй күҙ алдымда. Физик яҡтан ныҡлылыҡ кәрәк тигәс, бигерәк тә спортҡа ныҡ ылыҡты. Саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне. Тик “бишле” билдәләренә генә уҡыны, мәктәптә уҙған бер саранан да ситтә ҡалманы, ҡала-район, республика кимәлендәге конкурстарҙа, “Урал батыр” эпосының 1000 юлын ятлап йәш сәсәндәр бәйгеһендә лә ҡатнашты. Уҡыуға ла, эшкә лә тырыш, бик һәләтле уҡыусы булды. Рус телен һыу кеүек эсте, күп уҡыны. Рус, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен айырыуса яратты. Һүрәт төшөрөргә оҫта ине. Алтынсы кластан һуң ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау килеп тыуғас, Екатеринбургтағы Суворов хәрби училищеһына барып ҡарарға тәҡдим иттем. 2010 йылда атаһы, әсәһе һәм мин бергәләшеп Өфөгә имтихандар тапшырырға юлландыҡ. Суворов училищеһына ул ваҡытта Башҡортостандан бер урынға 20 кеше ине. Ошо 20 кеше араһынан бер Илнар үтте. Уҡыусым өсөн ғорурлығым сикһеҙ ине. Уның үлеменә һаман ышанып бөтөп булмай, күңел бер нисек тә ҡабул итмәй. Ишекте асып инер ҙә, хәрби аҙымдар менән эргәмә атлап килеп: “Иптәш военрук, Илнар Байегетов каникулға ҡайтты!” - тип честь биреп сәләмләр кеүек тойола. Ауылға ялға ҡайтҡан һайын күстәнәстәрен тотоп хәл белешеп инеп сыға торғайны, - тип яҡты хәтирәләре менән бүлешә егетте тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡытҡан Нәҡип Әйүпов уҡыусыһы тураһында.

Илнар Байегетов Екатеринбургтағы Суворов хәрби училищеһында уҡығанда ла үҙен һәр яҡлап өлгө итеп күрһәтә. Рус теленән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып беренсе урын ала һәм “Екатерина II” көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Уҡыу йортон тик “бишле” билдәләренә тамамлап, Рязан­дағы данлыҡлы армия генералы В. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһына һынау тота. Элиталы хәрби уҡыу йортона инеү бәхете барыһына ла эләкмәй, бер урынға ун кеше дәғүә итә, унда «иң-иңдәрҙе» генә иләк аша үткәреп һайлап алалар, улар араһында ҡаһарман яҡташыбыҙ ҙа була. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уҡыу һәм спорт алдынғыһына дипломды РФ оборона министры урынбаҫары, Рәсәй Геройы Юныс-Бек Евкуров үҙе тапшыра. Уҡыу алдынғыһына ҡайҙа эшкә барырға һайлау форсаты бирелә. Севастополгә ярыштарға барып: “Их, шунда эләгергә ине”, - тип хыялланған Илнар Иршат улынан, ҡайҙа хеҙмәт итергә теләүен һорағас, һис һүҙһеҙ: “Севастополгә”, - тип яуаплай. Диңгеҙ пехотаһы һәм хәрби тәржемәсе һөнәрен үҙләштергән лейтенант эшкә Севастополгә – Ҡара диңгеҙ флотының 810-сы айырым диңгеҙ пехотаһы бри­гадаһына юллана, взвод командиры булып хеҙмәт итә.

Илнар Байегетов ике йыл элек һөйгәне, Ҡалуй ауылы һылыуы Айгизә менән никах үткәреп, үҙе хеҙмәт иткән ергә алып китә. Былтыр апрелдә улар яҙылышалар. Йәштәр гөрләтеп туй үткәрергә, балалар үҫтерергә хыялланған булған. Илнар Байегетов ата-әсәһенең, ағаһының, һеңлеһенең, яҡындарының ғына түгел, ауылдаштарының, барлыҡ Учалы халҡының ғорурлығы ине.

Тыуған илебеҙҙе яҡлап, башҡаларҙың тыныс һәм бәхетле тормошо хаҡына үҙен аямай батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Бәхил бул, Илнар! Йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел булһын!

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ата-әсәһенә, яҡындарына, ҡатынына түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ.

 

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас