Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Апрель 2022, 09:00

Үҙ балаһын үлтергән

21 йыл буйына ҡурҡыныс серҙе һаҡлағандар: Башҡортостанда бер ҡатын өйҙәш ире өсөн үҙ улын быуып үлтереүе хаҡында һөйләп биргән

Үҙ балаһын үлтергәнҮҙ балаһын үлтергән
Үҙ балаһын үлтергән

21 йыл буйына ҡурҡыныс серҙе һаҡлағандар: Башҡортостанда бер ҡатын өйҙәш ире өсөн үҙ улын быуып үлтереүе хаҡында һөйләп бирҙе

2001 йылдың июлендә Сибайҙа 11 йәшлек бала хәбәрһеҙ юғалған - иртәнсәк олатаһынан ҡайтырға сыҡҡан, әммә өйөнә ҡайтып етмәгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, малайҙың кәүҙәһе табылмаған.

16 йылдан һуң Баймаҡ районы Хәсән һәм Күлтабан ауылдары араһындағы урманда билдәһеҙ кешенең баш һөйәге табылған. Экспертиза һөлдәнең юғалған уҡыусыныҡы икәнен күрһәткән. Енәйәт эше яңынан асылған. Тиҙҙән малайҙың 62 йәшлек үгәй атаһы менән 52 йәшлек әсәһе ҡулға алынған. Ханым үҙ ғәйебен таныған һәм 2001 йылдың июлендәге фажиғәле көн тураһында һөйләп биргән.

Уның һүҙҙәренсә, бала яңы иренә йәшәргә ҡамасаулаған, ул уны тәрбиәләргә теләмәгән. Шуға әсә улын үлтерергә хәл иткән. Йәнәһе, өйҙәш ире уға янаған.

Әсә улы менән урманға миндек бәйләргә тип сығып киткән һәм уны халатының билбауы менән быуып үлтергән. Өйөнә ҡайтҡас, ул иренә ошо хаҡта һөйләп биргән. Ир уға мәйетте күмергә ҡушҡан. Баланың велосипедын һәм аяҡ кейемен ул енәйәт урыны тирәһендә ташлап киткән, ә үҙенең халатын һәм улын быуып үлтергән билбауын шул көндө кис мунсала яндырған.

Хәҙер 52 йәшлек - ҡатын бәләкәй баланы үлтереүҙә , ә уның 62 йәшлек ире уға ярҙам итеүҙә ғәйепләнә. Улар һаҡ аҫтына алынған.

Билдәле булыуынса, улын үлтергәндән һуң ҡатын өйҙәш иренән бала тапҡан.

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:Алия Даутова
Читайте нас