Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Апрель 2022, 16:00

Ауылса сыр

Өй шарттарында сыр яһап ҡарағыҙ!

Ауылса сырАуылса сыр
Ауылса сыр

2 кг эремсек
0,5 л һөт
3 йомортҡа
1 балғалаҡ (тултырмайса) сода
1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ
3 ҡалаҡ һары май

Кастрүлгә 2 кг эремсек һалғас, өҫтөн ҡаплағансы һөт ҡойорға. Ҡайнатырға ҡуйып, һыуы сыҡҡансы болғап торорға. Сывороткаһын һөҙөп, эремсекте суйын һауытҡа һалабыҙ. Шуға 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тултырмайса сода, 1 аш ҡалағы тултырмайса тоҙ, 3 ҡалаҡ һары май һалып, ныҡ итеп болғарға. Ҙурыраҡ кастрүлдә һыу ҡайнатып, суйын кастрүлде шуның өҫтөнә ултыртырға, йәғни пар өҫтөндә баяғы ҡатнашманы ҡайнатырға. Болғап торорға кәрәк. Һуҙыла башлағас, эмаль кастрүлде майлап, шунда тигеҙләп һалабыҙ. Һыуынғас телеп ултыртырға матур булһын өсөн.

Аштарығыҙ тәмле булһын! 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас