

Был бисквитҡа 1 стакан кефир, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 балғалаҡ уксус менән һүндерелгән сода, ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сығырлыҡ он ҡушабыҙ.
Табаҡҡа кефирҙы, шәкәрҙе, үҫемлек майын, уксус менән һүндерелгән соданы һәм ондо һалабыҙ. Барыһын бергә туҡыйбыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сығырға тейеш. Теләк булғанда сәтләүек, йөҙөм йә мәк өҫтәп ебәрергә була.
Әҙер ҡамырҙы 180 градус эҫелектәге духовкала әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!