

Күкрәгемдән моңдар ағылғанда
Йырсы ҡоштарҙы ла уҙҙырып,
Атҡайымды үҙ яйына ҡуйып
Әкрееен генә киләм юрттырып.
Бар тәбиғәт яйлап уянғанда
Ҡандай матур икән сәфәрҙә!
Туҡта әле,
Ап -аҡ ҡыштарҙан һуң
Төшәйемсе йәшел сәхрәгә.
Былай ҙа бит бөтә ғүмеребеҙ
Ваҡыт менән уҙа ярышып.
Дилбегәне урап тотҡан һайын
Көндәр үтә.Үтә ашығып.
Атты туғарайым.Минең менән
Яҙ һауаһын ул да һулаһын.
Күңелкәйе иркенлекте тойоп
Йөрәккәйе дөп -дөп дулаһын.
Йөрәккәйе дөп -дөп дулаһын.
Автор - Гүзәл Сиражетдинова