+24 °С
Ямғыр


Өфөлә 13 йәшлек малай оҙон сәс үҫтергәне өсөн туҡмалған.
Сипайлово биҫтәһендә малай кискеһен дуҫтары менән осрашырға китеп барған. Юлда уны 15-16 йәштәр самаһындағы өс егет саҡырып алып, оҙон сәс үҫтергәне өсөн мыҫҡыллап, туҡмап киткәндәр.
Малай төрлө кимәлдә тән йәрәхәттәре алған, уны нейрохирургия бүлексәһенә һалғандар, тип хәбәр ителә.
Әле малайҙы туҡмаусы егеттәрҙе эҙләйҙәр.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.