

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы алдыфнан Башҡортостан Башлығы производство алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында учалылар ҙа бар.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы Станислав Марат улы Йәһүҙин "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалына лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 6-сы шартлатыу эштәре һәм вентиляция ер аҫты участкаһының тау мастеры Владислав Радик улы Йәһүҙин, шул уҡ участканың шартлатҡыс материалдар һаҡланған ер аҫты келәте мөдире Ира Раим ҡыҙы Роде, шахта өҫтө технологик комплексы участкаһының компрессион ҡоролмалар машинисы Гөлнара Смирнова алды.
Яҡташтарыбыҙҙы ихлас к-ңелдән ҡотлайбыҙ!