

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә коронавирусҡа бәйле һөйләшеү булды. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирустан вакцинацияны тейеш кешеләрҙең 99,8 проценты тулыһынса тамамлаған.
– Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса коронавирустың яңы тулҡыны башланыу ихтималлығы ҙур. Беҙ муниципалитеттар башлыҡтарына мөрәжәғәт итәбеҙ һәм халыҡты был сирҙән ревакцинациялау буйынса эштә булышлыҡ итеүҙе һорайбыҙ, - тине ул.
Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та эште әүҙемләштерергә ҡушты.
“Үҙебеҙҙән башларға, шәхси өлгө күрһәтергә кәрәк. Мин даими рәүештә вакцина эшләттем. Медицина тәҡдимдәрен ҡарарға кәрәк. Әгәр дельта-штамм кире килһә, юғары үлем күрһәткестәре артыуы бар”, – тине Радий Хәбиров.
Әле Башҡортостанда хәлдәр сағыштырмаса тыныс. Пандемия башланғаны бирле коронавирус диагнозы 287003 кешегә ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә – 73 кеше сирләп киткән. 127 кеше дауаханала ята, 691 кеше өйҙәрендә дауалана.
Фото: vitrosp.com