Яйыҡ
+20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2022, 13:50

Ауылда эшләгән белгестәргә түләүҙәр күләме элекке кимәлдә ҡала

Аҡса ике вариантта – берҙәм компенсация түләүе йәки окладҡа 25% күләмендә өҫтәмә итеп бирелә.

Ауылда эшләгән белгестәргә түләүҙәр күләме элекке кимәлдә ҡала
Ауылда эшләгән белгестәргә түләүҙәр күләме элекке кимәлдә ҡала

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың белгестәренә компенсация түләүҙәре арттырылмай, сөнки бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы йыл да индексациялана, уны иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү процесы бара. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова ошо турала белдерҙе.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ауылда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт, ветеринария, социаль өлкә, физкультура һәм спорт өлкәһендәге белгестәр, шул иҫәптән эшләп йөрөгән пенсионерҙар өҫтәмә түләү

алырға хоҡуҡлы. Аҡса ике вариантта – берҙәм компенсаия түләүе йәки окладҡа 25% күләмендә өҫтәмә итеп бирелә.

2021 йылда Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән 73 217 кеше 535 миллион һумдан ашыу суммаға өҫтәмә аҡса алған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-12/v-bashkirii-razmery-vyplat-spetsialistam-rabotayuschim-na-sele-ostanutsya-na-prezhnem-urovne-2800738

Автор:Алия Даутова
Читайте нас в