Мишкә районында ҡот осҡос авария булған. Өфө-Яңауыл автоюлының 133-сө километрында бер-береһенә ҡаршы килгән "Renault Sandero" менән "Skoda Roomster" бәрелешә. Тәүге машина" юлдан осоп төшә һәм янып китә. Ундағы кешеләр машина эсенән сығып та өлгөрмәй. Икенсе машинаның 24 йәшлек водителе менән уның ике пассажиры – 16 йәшлек ҡыҙ һәм 24 йәшлек егет, үлемесле яраларҙан авария булған ерҙә йән бирә. Улар Мишкә районының Сосновка ауылынан булғандар. Ваҡиға буйынса тикшереү дауам итә.
Әле асыҡланыуынса,"Рено Сандеро" маркалы машинала тереләй янған ике кешенең береһе - 64 йәшлек ир ғүмер буйы тиерлек музыка уҡытыусыһы булып эшләгән, аккардеонсы Яков Нечаев. Уның пассажиры - Борай районынан 46 йәшлек өс бала әсәһе - Нилә Ейәнгирова. Был ҡатын Бөрө ҡалаһына ҡаҙ бәпкәләре алырға тип сыҡҡан булған. Юлда уны Яков Нечаев ултыртып алған. Ҡатынды кулоны һәм курткаһы буйынса ғына танығандар.