Яйыҡ
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май , 11:40

Ватанын һаҡлап һәләк булды

12 май көнө Илсе ауылында Украиналағы махсус операция барышында батырҙарса һәләк булған өлкән сержант Марат Мөхәмәҙиев менән хушлаштылар. 14 майҙа уға 36 йәш тулыр ине. Марат Мөхәмәҙиевтың өйҙә ҡатыны һәм өс бәләкәй балаһы ҡалды...

Ватанын һаҡлап һәләк булды
Ватанын һаҡлап һәләк булды

Өлкән сержант Марат Мөхәмәҙиев хаҡында мәҡәлә гәзитебеҙҙә уҙған йылдың октябрендә  донъя күргәйне. Сыбаркүл ҡалаһында танк батальонында хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ әленән-әле Хөрмәт грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнеп ғаиләһен, ата-әсәһен, яҡындарын һөйөндөрөп торҙо. Намыҫлы хеҙмәте хәрби часть командованиеһы, хеҙмәттәштәре тарафынан да билдәләнде.

Украинала махсус операция башланғас, Марат хеҙмәт иткән батальон да ил именлеген һаҡларға, тәртип күҙәтергә, Ватан алдында изге бурысын үтәргә Украинаға юллана. Улар араһында, әлбиттә, танк взводында танк командиры вазифаһын башҡарыусы өлкән сержант Марат Мөхәмәҙиев та була.

...Ошо көндәрҙә бөтә ҡала-районыбыҙҙы тетрәндерерлек ҡайғылы хәбәр алдыҡ. Украиналағы махсус операция барышында Марат Мөхәмәҙиев батырҙарса һәләк булған.

Марат Фәрит улы Мөхәмәҙиев – Илсе ауылы егете. Рәмзия һәм Фәрит Мөхәмәҙиевтарҙың татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә (ғаиләлә ике бала үҫәләр, Эльвира апаһы бар). Илсе урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, БДУ-ның Сибай филиалында физкультура факультетында белем ала. Уҡыуын тамамлағас, әрме хеҙмәтен алыҫ Әрмәнстан тарафтарында үтә. Ҡайтҡас, 4 йыллап Учалы ҡалаһында эшләй, ғаилә ҡора.

Яҙмыш ҡушыуымы, әллә күптәнге хыялын тормошҡа ашырамы, Марат ғаиләһе менән Сыбаркүлгә күсеп китә һәм хәрби тормошон һайлай. Һигеҙ йылға яҡын ул танк батальонында хеҙмәт итә. Танк взводында танк командиры вазифаһын башҡара. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ.

Хеҙмәттәштәре Мараттың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, үтә ихлас, ярҙамсыл булыуын билдәләй. Командирҙары, хеҙмәттәштәре һәм һалдаттар араһында абруйы ҙур булған. Эште еренә еткереп үтәй, етди, һүҙендә тора белеүсе ысын ир ине тиҙәр. Әлегә тиклем хәрби часть командованиеһы тарафынан ата-әсәһе исеменә килгән Рәхмәт хаттарында ла яҡташыбыҙҙың Тыуған илебеҙҙең ысын һаҡсыһы, патриоты булғанлығы баҫымға алына.

Туғандары, дуҫтары, уҡытыусылары һаман Мараттың юҡлығына ышанып бөтә алмай. Илсе урта мәктәбендә хәрби әҙерлек буйынса һәм физкультура фәненән уҡытҡан Ғамил Фазлетдин улы Абзалов Мараттың ололарҙы – ололай, үҙенән бәләкәстәрҙе ихтирам итә белеүен айырыуса билдәләй. Спортты ныҡ яратты, даими рәүештә волейбол, баскетбол, саңғы ярыштарында ҡатнашып беренсе урындар ала торған ине ти.

Марат Мөхәмәҙиевтың класс етәксеһе Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанова:

-  Марат уҡыған класс татыу һәм берҙәм булыуы менән айырылып торҙо. Барыһы араһында ла Марат үтә ғәҙел, ифрат мәрхәмәтле һәм тыйнаҡ була торғайны. Класта берәй нәмә эшләргә ҡушһаң, йылмайып ҡарар ҙа, тиҙ арала атҡарып та ҡуйыр ине. Бер мәл, Сибайҙа уҡыған сағында әле, Гай ҡалаһынан ҡайтышлай Сибайға туҡталдым. Киң урамдан машиналар елдерә. Ҡараһам, ике егет, автомобилдәр ағышын киҫә-киҫә миңә табан килә. Аптырап туҡтап ҡалдым, хатта. Яҡынлашһалар, уйым тегеләрҙе ҡаты итеп шелтәләү, ҡағиҙә боҙалар бит! Килеп етһәләр, ни күрәм – үҙемдең уҡыусыларым икән! Марат Мөхәмәҙиев менән Данил Зарипов. “Рәмилә Тәлғәтовна, һеҙҙе күреп ҡалдыҡ та, юлды киҫеп булһа ла сығырға булдыҡ, урап үтһәк өлгөрмәҫбеҙ, күрмәй ҡалырбыҙ тип борсолдоҡ”, - тип килеп күрештеләр. Ҡайҙан шелтәләйем инде, балаҡайҙарҙы. Гел шул күренеш күҙ алдымда тора. Ихлас, ябай, эскерһеҙ уҡыусыларым.

Тағы бер осраҡ иҫемдә. Марат инде юғары уҡыу йортон уҡып бөтөп, өйләнеп, Сыбаркүлдә хеҙмәт итеп йөрөгән мәле. Бер көн ҡабаланып өйгә килеп керҙе. “Рәмилә Тәлғәтовна, атайымдың бөгөн Тыуған көнө. Матур итеп ҡотлаһы килә. Үҙем шиғыр яҙҙым да ул, тик барыбер һеҙҙең кеүек матур килеп сыҡмай. Әйҙәгеҙ, атайыма шиғыр яҙайыҡ әле. Табында уҡырмын”, - ти. Бергәләп яҙҙыҡ шиғырҙы, күңеле булып, ихлас йылмайып, һаубуллашып сығып китте балаҡай. Ғөмүмән, ауылға ялға ҡайтҡанында йыш ҡына инеп, хәл белешеп сыға торғайны. Һаман ышанмайым уҡыусымдың юҡлығына, күңел иңрәй... 

Эйе, арабыҙҙан бик иртә китте Марат. Зар илап һөйөклө ҡатыны, 8 йәшлек Эрик улы, 6 йәшлек Арина ҡыҙы һәм 4 йәшлек кенә Эмин улы ҡалды... Әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур юғалтыу.

Мараттың ата-әсәһенең, Эльвира апаһының, ҡатыны Розалия Рөстәм ҡыҙының, ике улының, бер ҡыҙының, барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Намыҫлы Ватан һаҡсыһы, ысын батыр тураһындағы иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йәнең йәннәттә булһын, Марат! Тыныс йоҡла.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас в